АТАЙСАЛ
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
15 Март 2021, 13:00

Йәш шахматсылар ярышты

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында 2006 йылғы һәм унан да бәләкәй балалар араһында шахмат буйынса XXIII Спартакиадаһының төбәк этабы үтте.

Шахмат уйыны балаларҙа логик фекерләүҙе, хәтер, фантазияны үҫтерә, түҙемле, ныҡышмал, тыныс булырға, лайыҡлы еңә һәм еңелә белергә өйрәтә. Был уйынды өлкәндәр ҙә, бәләкәстәр ҙә уйнай ала.
Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында 2006 йылғы һәм унан да бәләкәй балалар араһында шахмат буйынса XXIII Спартакиадаһының төбәк этабы үтте.
Шулай итеп, 1-се урынды Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан 1-се урта мәктәбе уҡыусылары яуланы. 2-се урынға Әбйәлил районы Асҡар ауылы, 3-сө урынға Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы уҡыусылары лайыҡ булды.
Йәш шахматсыларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә уңыштар ғына юлдаш булһын.