Хәйбулла районында бик үҙенсәлекле ярыш үтте. Ул Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналды. Конкурс район Мәҙәниәт йортонда үтте.
Бөгөн ниндәйҙер уйлап сығарылған ҡанундарға таянып йәшәйбеҙ. Йәнәһе лә, 90х60х90 үлсәмле гүзәл заттар барыһынан да матур, барыһынан да һөйкөмлө. Ә ниңә улай булырға тейеш әле?
Ошоно иҫәпкә алып, конкурсты ойоштороусылар XL размерынан кәмерәк размерҙағы кейем кеймәүсе 25-40 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарҙы ярышҡа саҡырҙы.
7 конкурсант араһында ярыш бик сәмле барҙы. һәр береһенә шәхси эшҡыуарҙар тарафынан әҙерләнгән бүләктәр бирелде. Мәҫәлән, Вәзәм ауылынан Гөлирә Ямалетдинова 1-се урын яулап, 10 мең һумлыҡ премия менән бүләкләнде. Гран-при яулаусы Гөлназ Назароваға "Һаҡмар" шифаханаһына путевка бирҙеләр.