Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
4 Март 2021, 13:35

КОНКУРСТА ҠАТНАШЫРҒА АШЫҠ

Конкурс эштәре “Һүрәт”, “Поэзия” ( 6-10, 11-13, 14-17 йәшлектәр), “Видеорепортаж”, “Вокал”, “Бейеү”, “Үҙенсәлекле жанр” (шәхси һәм коллектив эштәр) номинацияларында ҡабул ителә.

Рәсәй Почтаһы һәм “Изгелек эшләргә ашығығыҙ” фонды Бөтә Рәсәй ижади конкурс иғлан итә. Ул “Ҙур һуғыштағы минең геройҙарым” тип атала.
Конкурстың маҡсаты—Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар исемен мәңгеләштереү, йәштәрҙә илһөйәрлек уятыу.
Әле ғаризалар ҡабул ителә башланы. Конкурс эштәре “Һүрәт”, “Поэзия” ( 6-10, 11-13, 14-17 йәшлектәр), “Видеорепортаж”, “Вокал”, “Бейеү”, “Үҙенсәлекле жанр” (шәхси һәм коллектив эштәр) номинацияларында ҡабул ителә.
“Һүрәт” номинацияһында еңеүселәрҙең эшен Рәсәй Почтаһы асылма итеп күпләп сығарасаҡ.
Жюри составында билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, конкурсты ойоштороусылар.
Конкурс эштәрен www.detigeroi.ru сайты аша 31 мартҡа тиклем ебәрергә. Еңеүселәр 15 апрель иғлан ителә. Тантаналы бүләкләү сараһы 25 апрелгә ҡуйылған.