АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
3 Март 2021, 18:55

Яйыҡбайҙар, алға!

“Айыҡ ауыл” республика конкурсында Баймаҡ районынан бөтә ауылдар ҙа ҡатнашты. Муниципаль этапта 89 ауыл көс һынашты. Республика этабына 122 кеше йәшәгән Түбәнге Яйыҡбай ауылы үтте. Бөгөн яйыҡбайҙар үҙ проектын уңышлы яҡлап сыҡты. Баймаҡ делегацияһын район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев етәкләй.

«Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбайҙың үҙ телевидениеһы булдырылған. Ауылдың үҙ нәшриәте ойошторолған, «Әмәндәк» гәзите сыға башлаған. «Айыҡ ауыл» конкурсы ваҡытында сәләмәт һәм айыҡ тормошҡа өндәүсе календарҙәр, сувенирҙар, буклеттар, ручкалар, вымпелдар, магниттар эшләнде һәм бөтә ҡатнашыусыларға киң таратылды

«Айыҡ ауыл» республика конкурсы положениеһы буйынса беҙҙең алда 13 төрлө бурыс ҡуйыла. Уларҙы ентекле өйрәнеп беҙ сараларҙы ошо 13 бурысты хәл итергә 7 төрлө эш йүнәлешен билдәләнек. Беҙҙең эштәребеҙ Етегән йондоҙ шикелле халыҡҡа рухи-әхләғи ориентир булып торһон тинек. Ә 2020 йыл Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы тарафынан Башҡорт теле йылы тип иғлан ителеүен күҙ уңында тотоп симфолик рәүештә йүнәлештәрҙе Татыулыҡ, Изгелек, Сәләмәтлек, Яҡшылыҡ, Берҙәмлек, Рухиәт, Үҫеш тигән рухлы башҡорт һүҙҙәре менән атаныҡ. Конкурс барышында ошо 7 йүнәлеш буйынса бөтәһе 142 сара үткәрелде һәм уларға 4092 кеше йәлеп ителде», – ти Рәуилә Хәсәнова.