Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Март 2021, 16:16

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Стәрлетамаҡ ҡалаһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә — «Етегән» байрамында «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсы үткәрелде һәм уның еңеүселәре билдәләнде.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә — «Етегән» байрамында «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсы үткәрелде һәм уның еңеүселәре билдәләнде. Байрамда Саҡмағош, Салауат, Хәйбулла, Миәкә, Өфө, Учалы райондарынан, Сибай, Өфө, Стәрлетамаҡ, Ырымбур ҡалаларынан килгән конкурсанттар «Ғаилә оҫталығы», «Ғаилә ҡиммәттәре» һәм «Ғаилә ижады» тигән өс номинацияла билдәләнде. Тәүге урындарға - йөҙ, икенсегә - илле, өсөнсө урынға утыҙ меңлек сертификаттар тапшырылды
«Ғаилә оҫталығы» номинацияһында беренсе урынға лайыҡ булған өлгөлө ғаилә — Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан Суриндар булһа,«Ғаилә ҡиммәттәре» номинацияһында, икенсе урында Сибай ҡалаһынан Йәнбәковтар яуланы.
Яҡташтарыбыҙҙы ҙур еңеүҙәре менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, уларға һаулыҡ,ғаилә именлеге теләйбеҙ!