Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
27 Февраль 2021, 17:00

Йәнбәковтарға уңыш теләйек

1 мартта Стәрлетамаҡ ҡалаһында өлгөлө ғаилә билдәләнәсәк – асыҡ республика бәйгеһенә йомғаҡ яһаласаҡ. Проекттың финал өлөшөндә Саҡмағош, Салауат, Хәйбулла, Миәкә, Учалы, Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Ырымбур, Өфө тарафтарынан йыйылған ғаиләләр ҡатнаша.Сибай ҡалаһы намыҫын мәртәбәле ярышта Шайморат һәм Венера Йәнбәковтар яҡлаясаҡ.Ҡала конкурсында беренселекте яулаған өлгөлө ғаилә республика ярышында ла һынатмаҫ тип ышанабыҙ.

1 мартта Стәрлетамаҡ ҡалаһында өлгөлө ғаилә билдәләнәсәк – асыҡ республика бәйгеһенә йомғаҡ яһаласаҡ. Сара “Етегән” республика башҡорт байрамы – Мөхәббәт, ғаилә һәм тоғролоҡ көнөнә ярашлы үтә.
Баһалама ағзалары ҡатнашыусыларҙы “Ғаилә ҡиммәттәре”, “Ғаилә оҫталығы”, “Ғаилә ижады” номинацияларында баһалаясаҡ.
Проекттың финал өлөшөндә Саҡмағош, Салауат, Хәйбулла, Миәкә, Учалы, Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Ырымбур, Өфө тарафтарынан йыйылған ғаиләләр ҡатнаша.
Был ижади ярыш үткән йылда башланып, уның һайлап алыу туры Башҡортостандың ете район-ҡалаһында һәм Рәсәйҙең ике төбәгендә үтте. Конкурста башҡорт телендә һөйләшкән, законлы никахта торған, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төбәктәрендә йәшәгән, балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең ҡатнашыуы шарт ине.
“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” сараһы Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы ярҙамында үтә. Уның төп маҡсаты – республикала һәм унан ситтәге төбәктәрҙә башҡорт мәҙәниәтен, башҡорт телен, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаған һәм үҫтергән өлгөлө ғаиләләрҙе табыу.
Сибай ҡалаһы намыҫын мәртәбәле ярышта Шайморат һәм Венера Йәнбәковтар яҡлаясаҡ.Ҡала конкурсында беренселекте яулаған өлгөлө ғаилә республика ярышында ла һынатмаҫ тип ышанабыҙ.