Баймаҡ район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты «Изге эштәр муниципалитеты» исемле ирекмәнлеккә ярҙам итеү буйынса иң яҡшы муниципаль тәжрибәләр республика конкурсында ҡатнашып еңеүселәр рәтендә билдәләнде. Төбәктә ирекмәнлек 2019 йылдан әүҙем үҫешә. Конкурста яуланған еңеү комитет янында 2020 йылда булдырылған ирекмәндәр үҙәген камиллаштырырға ярҙам итәсәк. Үҙәкте Ғүмәров Заһит Ишбулат улы етәкләй. Былтыр коронавирус пандемияһы осоронда ирекмәндәргә ихтыяж ҡырҡа артты. 2020 йылда ирекмәндәр аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар, адреслы ярҙам алып барыу буйынса 5685 ғариза ҡабул иткән һәм хеҙмәтләндергән.