Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
21 Февраль 2021, 17:00

Баймаҡтар күтәрә тел бәҫен

21 февраль-Халыҡ-ара туған телдәр көнөБашҡорт дәүләт опера һәм балет театрында киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен киңерәк танытыуға йүнәлтелгән проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү буйынса конкурстың икенсе айына йомғаҡ яһалды.Башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен, тарихын һәм хәҙергеһен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү өсөн конкурстың икенсе ай еңеүселәре араһында яҡташтарыбыҙ Абдуллина Фирүзә Дәүләтшә ҡыҙы, Яҡшығолова Гөлдәр Әхәт ҡыҙы булыуы ҡыуаныслы.

21 февраль-Халыҡ-ара туған телдәр көнө
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен киңерәк танытыуға йүнәлтелгән проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү буйынса конкурстың икенсе айына йомғаҡ яһалды.
Башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен, тарихын һәм хәҙергеһен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү өсөн конкурстың икенсе ай еңеүселәре:
  1. Яҡшығолова Гөлдәр Әхәт ҡыҙы. «Башҡортостан» гәзитендә башҡорт телендә сыҡҡан бер шәлкем сканвордтары.
  2. Абдуллина Фирүзә Дәүләтшина. «Бәйләнештә» социаль селтәрендә «Ғәжәп донъя» төркөмө.
  3. Окунев Владлен Иосифович. DAMDAM бренды.
  4. Ягудина Рәлиә Рәшитовна. Инстаграмда алып барған сәхифә өсөн.
  5. Нуретдинов Ансар Әнүәр улы. «Юбилярға Википедия бүләге» проекты.
  6. Владлен Окунев бер нисә йыл дауамында йәштәр араһында бик популяр булған милли дизайн менән кейем өлгөләрен етештерә. Уларҙың иң билдәлеһе, мәҫәлән, ӨФӨ тигән яҙыулы футболкалар. Унан башҡа Владлен башҡорт теле һәм Башҡортостан тураһында рэп-композициялар ҙа ижад итә.
    Иң ҡыуаныслыһы еңеүселәрҙең икәүһе сығышы менән Баймаҡ районынан—билдәле шағирә Шүлкә ауылы ҡыҙы Фирүзә Абдуллина һәм Таудыҡайҙан Гөлдәр Яҡшығолова!
    Сара хаҡында еңеүселәр социаль селтәрҙәрҙә бына нимә тип яҙҙы.
    Фирүзә Абдуллина:
    --Бер юлы өс шатлыҡ: бишенсе китабымды ҡулыма алдым бөгөн! Ҡупшы ғына, ыҡсым ғына, уҡымлы ғына... Викимедия.ру. РӘХМӘТ ХАТЫ менән бүләкләне. Һәм башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын, башҡорт халҡын социаль селтәрҙәрҙә популярлаштырыусы проекттарҙы грант менән күтәреү өсөн билдәләнгән конкурста еңеүселәр рәтенә инеп, грант алдым! Һәм..."Ҡурай" каналында шул тиклем хисле ҡотлау ҡабул иттем. Берсә иланым, берсә көлдөм. Рәхмәт! Рәхмәт яҙмышыма! Рәхмәт яҡындарыма! Рәхмәт бихисап дуҫтарыма! Мин бәхетле һәр берегеҙ менән! Минең рәхмәттәрең һәр берегеҙгә изгелек булып ҡайтһын!!!
    Гөлдәр Яҡшығолова:
    --Еңеүселәр араһында булыуыма шатмын!
    Был конкурс Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды (https://vk.com/bash_fond) тарафынан булдырылып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты (https://vk.com/kurultaibashkir) менән берлектә ойошторолоп килә.
    Ул биш этапта үтә һәм һәр айҙа бишәр еңеүсе билдәләнә. Улар 10000 һумлыҡ сертификат менән бүләкләнә. Конкурста киң мәғлүмәт сараларында, интернетта, социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен киңерәк танытыуға, ҡулланыуға булышлыҡ иткән журналистар, блогерҙар, йәғни ошо йүнәлештә эш алып барған һәр кем ҡатнаша ала.
    Әйткәндәй, Гөлдәр Әхәт ҡыҙы оҙаҡ йылдар “Атайсал” төбәк гәзитендә хәбәрсе, яуаплы сәркәтиб булып эшләне.
    Яҡташтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ! Гел шулай әүҙем булыуҙарын теләйбеҙ!
    Читайте нас: