Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 2-се урта мәктәбе "Рәсәйҙең 100 иң яҡшы ойошмалары һәм предприятиелары-2020” бөтә Рәсәй конкурсының “Иң яҡшы Рәсәй мәктәптәре -2020” номинацияһында еңеп сыҡты. Конкурс сиктәрендә директор урынбаҫары Н.Ә. Дилмөхәмәтова «Тырыш хеҙмәте өсөн» Почет миҙалы менән бүләкләнде.
Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә тағы ла бейегерәк үрҙәр һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!