12 йәшлек София Вәлиева күптән түгел һырғалар (алҡа) эшләү менән мауыға башлаған. Уны һатыуға ҡуйып (https://vk.com/public202169590), үҙенсә аҡса ла эшләргә теләй тырыш ҡыҙ. София Учалы ҡалаһында йәшәй. Ә уның әсәһе Гүзәлиә - беҙҙең яҡташыбыҙ, Йылайыр районы ҡыҙы.
София үҙ ҡулдары менән эшләгән һырғаларҙы тиҫтерҙәренә тәҡдим итеп кенә ҡалмай, “Атайсал” гәзите конкурсының бағыусыһы (спонсоры) булырға ла теләк белдерҙе. Һай, афарин, София!
Шулай итеп, ҡәҙерле дуҫтар, һеҙҙең өсөн йәнә бер конкурс: “Атайсал” һылыуҡайы! Был конкурста Софияның тиҫтерҙәре һәм унан кесе ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Ул 8 март—Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арнала.
“Бәйләнештә” (вконтакте) “Атайсал” төбәк гәзите” төркөмөнөң дуҫы булыу мотлаҡ. Конкурста ҡатнашыусы матур ҡыҙ ҡулына “Атайсал” гәзитен тотоп фото төшөргә тейеш. ( Бик булмаһа артҡы фонда, өҫтәлдә (ҡайҙалыр) “Атайсал” гәзите күренеп ятһын). Конкурс хаҡында дуҫтарығыҙға һөйләгеҙ (репост). Фотоларҙы ебәргәндә конкурсант хаҡында тулы белешмә булһын. Шәхсән ебәрергә йә иһә “Предложить новость” төймәһенә баҫығыҙ.
5. Үҙенсәлекле, сифатлы, матур фото эйәһен бүләк көтә!
6. Софияның төркөмөнә ҡушылығыҙ.https://vk.com/public202169590 Әүҙемерәк булығыҙ, ҡыҙҙар!