Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
3 Февраль 2021, 13:53

Иғтибар, яңы конкурс!

Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар һәм ғилми-тикшеренеү эштәре 1 февралдән 31 мартҡа тиклем ҡабул ителә.

2021-се йыл Рәсәйҙә “Фән һәм технология”, Башҡортостанда “Сәләмәт тормош һәм оҙон ғүмерлек йылы” тигән исем аҫтында үтәсәк. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының башҡарма комитеты тотош йылды «Башҡорт тарихы йылы” тип билдәләне.
Сибай институты, Сибай тарих-крайҙы өйрәнеү музейы, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ошо уңайҙан "Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының тарихи һәм мәҙәни мираҫы" исемле конкурс иғлан итте. Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар һәм ғилми-тикшеренеү эштәре 1 февралдән 31 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән ойоштороусыларҙың рәсми сайтында танышырға мөмкин.