АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
18 Ғинуар 2021, 17:00

Яңы йылға ҙур бүләк!

Бындай бәйгелә Сибай ҡалаһы халҡы ла ситтә ятып ҡалманы. Ҡаланың төрлө мәктәптәренән, шул иҫәптән Балалар ижады үҙәге уҡыусылары ла бик әүҙем ҡатнашты һәм еңеүгә өлгәште. Шулай, Мәжит Ғафуриҙың шиғырҙарын башҡорт телендә яттан тасуири һөйләү номинацияһында Аҫылғужина Розалия (һүрәттә), Яхина Зөлфиә, Ғүмәров Искәндәр, Аралбаев Ихсан, Губашев Дамир үҙ йәштәре араһында беренсе урын, ә Ғүмәров Данис икенсе урында яуланы (етәксеһе—Иҙрисова Гөлнара Юлай ҡыҙы). Аҫылғужина Розалияның сығышын жюри юғары баһалап, артистизм өсөн махсус приз менән бүләкләне.

Сибай ҡалаһы Балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүселәре һәм уҡытыусылары өсөн яңы йыл бик ҡыуаныслы хәбәрҙәрҙән башланып китте.
Барыбыҙға ла билдәле булыуынса, Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл булды. Ошо айҡанлы республикабыҙҙа бик күп матур саралар ойошторолдо. Шуларҙың араһында иң күләмлеһе “Беҙ Ғафуриҙы уҡыйбыҙ” тип аталған халыҡ-ара әҙәби-художестволы конкурсы булғандыр. Тиҫтәгә яҡын номинацияны үҙ эсенә алған был сарала республикабыҙҙың район-ҡалаларынан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, хатта сит илдәрҙән дә ҡатнашыусылар булды.
Конкурстың ойоштороусылары һәм баһалама ағзалары—Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Рәис улы Алтынбаев, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музыйы мөдире, филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләкова һәм Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт фонды рәйесе, психология фәндәре кандидаты, М.Ғафуриҙың бүләсәре Люциә Музакир ҡыҙы Камаева. Жюри был конкурсҡа төрлө төбәктәрҙән йыйылған меңдән ашыу ҡатнашыусының һәр береһенә лә айырым иғтибар бүлеп, ебәргән эштәрҙе күреп, ыңғай баһа бирҙе.
Бындай бәйгелә Сибай ҡалаһы халҡы ла ситтә ятып ҡалманы. Ҡаланың төрлө мәктәптәренән, шул иҫәптән Балалар ижады үҙәге уҡыусылары ла бик әүҙем ҡатнашты һәм еңеүгә өлгәште. Шулай, Мәжит Ғафуриҙың шиғырҙарын башҡорт телендә яттан тасуири һөйләү номинацияһында Аҫылғужина Розалия (һүрәттә), Яхина Зөлфиә, Ғүмәров Искәндәр, Аралбаев Ихсан, Губашев Дамир үҙ йәштәре араһында беренсе урын, ә Ғүмәров Данис икенсе урында яуланы (етәксеһе—Иҙрисова Гөлнара Юлай ҡыҙы). Аҫылғужина Розалияның сығышын жюри юғары баһалап, артистизм өсөн махсус приз менән бүләкләне. Шулай уҡ рус телендә яттан һөйләүселәр араһында ла һөҙөмтәләр ҡыуандырҙы: Дауытов Мират—беренсе урын, Көмөшҡолова Азалина, Мәҡсүтова Мәрйәм, Йәнбәкова Рания—икенсе урын (етәксеһе—Сибәғәтуллина Зифа Мәһәҙи ҡыҙы). Шағирҙың әҫәрҙәре буйынса һүрәт төшөрөү номинацияһында барыһы 14 бала ҡатнашты. Шуларҙың араһында беренсе урынды Мәхмүтова Илмира, Сөләймәнов Азамат, Ғәйнулина Илүзә, Ҡәҙербаева Илүзә, Юлгилдина Наҙгөл, Байғужин Ғәзинур, Байғужина Рәмзилә алды (етәксеһе—Сөләймәнова Алтынбикә Сәйетғәли ҡыҙы). Әйткәндәй, Байғужина Рәмзилә был конкурста икенсе йыл ҡатнаша һәм беренселекте берәүгә лә бирмәй. Икенсе урынды инде лайыҡлы рәүештә Мусина Мәҙинә яуланы.
Ошондай кәрәкле, яҡшы эш алып барғандары өсөн конкурсты ойоштороусыларға, таланталы уҡыусыларыбыҙға, уларҙың тырыш етәкселәренә, балаларының һәр башланғысын күтәреп алыусы ата-әсәләргә ҙур рәхмәт. Киләсәктә тағы ла яңы үрҙәр, яңы еңеүҙәр юлдаш булһын.
Был конкурс балаларыбыҙҙың иң яратҡан бәйгеләренең береһенә әйләнһен. Киләсәктә ошондай эштәр дауам итһен! Шул саҡта ғына шағирыбыҙҙың рухы үлемһеҙ булыр!
Г.Ю.Иҙрисова, Балалар ижады үҙәге педагогы.