Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
18 Ғинуар 2021, 13:10

ЭХ, ҺАНДЫҒЫ ЛА ҺАНДЫҒЫ...

Ыҡсым ғына, матур ғына. Кем эшләгән, ниндәй һандыҡты маҡтайҙар тиһегеҙме? Гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” селтәрендә барған “Атайсал” менән бергә” конкурсының бағыусыһы, оҫта ҡуллы Артур Иҫәновтың һандығын маҡтайбыҙ. Сығышы менән Йомаш ауылынан булған ир-егет Баймаҡ ҡалаһында гөрләтеп донъя көтә, ҡатыны менән 4 бала тәрбиәләй. Хәйер, Артурҙың ғаиләһе, төрлө ағас һындар менән биҙәлгән әкиәти донъяһы хаҡында уҙған йыл гәзиттә яҙғайныҡ инде. Тәбиғәткә, барса тереклеккә ғашиҡ булған Артур быйыл тағы бер изге эшкә тотонмаҡсы—ул да булһа шишмәләрҙе тергеҙеү, кәртәләү. Яҡты уйлы ниәтендә уңыштар теләп, гәзитебеҙ конкурсына йомғаҡ яһауға күсәйек.

Интернет селтәренә ҡуйылған һандыҡҡа һоҡланыусылар, уны үҙҙәренә алырға теләүселәр бик күп булды, тик барыһы ла конкурста ҡатнашманы. Ярыш талабы ауыр ҙа түгел ине: 2021 йылға “Атайсал” гәзитенә яҙылырға һәм ҡул эшендә “Атайсал” яҙыуын сағылдырырға. Йәмғеһе конкурсҡа 8 эш алдыҡ. Иң тәүгеләрҙән булып үҙ эшен Әминә Ҡыҙрасова ебәрҙе. Ул Баймаҡ районы Иҫән ауылынан. Фотоһүрәтенән күреүебеҙсә, ул ырғаҡ менән бәйләүҙе үҙ итә һәм бер эшенә “Атайсал” тип яҙып та ҡуйған.
Йылайыр районы Япарһаҙ ауылында йәшәүсе Мансура Әхмәҙулла ҡыҙы һәм Рауил Хабрахман улы Вәхитовтар—“Атайсал”дың тоғро дуҫтары. Хужабикәгә 74 йәш булһа, ғаилә башлығына—80 йәш.
Мансура инәй ҡул эшенә оҫта. Ул үҙе бәйләгән сағыу ултырғыс түшәктәренән “Атайсал” тип яҙып та ҡуйған. Гәзиткә яҙылырға ла онотмаған!
Баймаҡ районы Ярат ауылынан Люция Әхмәтова иһә тәмле бәлеш бешергән һәм уны “Атайсал” яҙыуы менән биҙәгән. Баймаҡ районынан Миләүшә Йосопова ла тәмлекәс бешергән. Афарин!
Түбә ҡасабаһында йәшәүсе Зилә һәм Азат Үтәбаевтар—күп балалы йәш ғаилә. Улар төбәктә, республикала уҙғарылған ярыштарҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырышалар. Әүҙем ғаилә ҡышын саф һауала йөрөргә лә ярата. Сираттағы бер көндәрен “Атайсал”ға бағышлап, ҡар өҫтәнә гәзитебеҙ исемен яҙғандар.
Айгөл Исҡужина—Сибай ҡалаһының “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәре. Тәрбиәсе кеше кескәйҙәрҙең әсәһен генә алмаштырып ҡалмай, һәр эшкә маһир була. Кәрәк икән йырлай, кәрәк икән бейей, кәрәк икән ролгә инеп әкиәтен ҡуя. Айгөл Сәйитәхмәт ҡыҙы айырыуса ҡул эштәрен ярата, ҡулланыуҙан сыҡҡан әйбергә икенсе ғүмер бирергә оҫта. Яңы йыл алдынан өйөн биҙәр өсөн бик матур ҡул эше булдырған һәм ялтырауыҡлы мишура менән “Атайсал” тип яҙып та ҡуйған.
Ә бына артабанғы конкур-санттарыбыҙ—Баймаҡ районы Әхмәр ауылынан Земфира Кәримова һәм Сибайҙан Гөлшат Тулыбаева айырыуса ныҡ тырышҡан. Береһе биҙәп, һырлап кейеҙ баҫһа, икенсеһе һөлгө сиккән. Беҙ конкурсанттарҙың эшен баһалаусылар (редакция хеҙмәткәрҙәре һәм бағыусы егетебеҙ Артур Иҫәнов) ошо ике эштең ҡайһыныһына беренсе урын бирергә икән тип аҙапландыҡ. Шулай ҙа Земфира Кәримованың “Атайсал” тип яҙылған кейеҙ балаҫы күпселек тауыш йыйҙы. Тимәк, һандыҡ Әхмәр ауылына оҙатыла! Гөлшат Тулыбаеваны ла бүләкһеҙ ҡалдырмаҫҡа килешеп, уға оҫта ҡуллы Зилиә Моратова әҙерләгән футболканы бүләк итергә ҡарар иттек. Әйткәндәй, һандыҡҡа ла, футболкаға ла “Атайсал” тип яҙылған.
Дуҫтар! Кем бүләк отмаған һис бошонмағыҙ! Иң мөһиме һеҙ иҫән-һау һәм беҙҙең менән! Барығыҙға ла оло рәхмәтебеҙҙе еткереп, үҙегеҙгә, ғаиләгеҙгә именлек, бәхет, ырыҫ һәм ҡот теләйбеҙ!
Мөхәрририәт.