Баймаҡ районы Билал ауылы китапханаһы "Йыр - толпарым" исемле йырлы - моңло шәп конкурс иғлан итә! Унда һәр теләүсе ҡатнаша ала. Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта.
Баймаҡ районы Билал ауыл китапханаһы йыл да төрлө проект менән эшләй. Акциялар, эстафеталар, бәйгеләрҙә ауылдаштар ғына түгел, икенсе ауыл, райондан да кешеләр әүҙем ҡатнаша. Быйылғы йыл да бик күп мәҙәни сараларға бай буласаҡ. Ни өсөн киләһе бәйге тап ошо исем аҫтында үтә һуң?
Был донъя ғәжәп бит ул. Кешеләр донъяға бер-береһенә оҡшаш сифаттар менән тыуа. Таланттары ла, йәшәү шарттары ла бер төрлөрәк, әммә араларында айырым һәләткә эйә булғандары ла бихисап. Берәүҙәр - шиғыр, икенселәр көй яҙа, өсөнсөләр һүрәт төшөрә, кемдер бейеүгә маһир, бәғзеләр үҙәгеңде өҙөр моң ижад итерлек һәләткә эйә. Һүҙем Күгиҙел ауылында йәшәүсе һәүәҫкәр композитор, Б.Вәлид исемендәге премия лауреаты, йөҙҙән ашыу йырҙар авторы Вилүр Шәкирйән улы Мәүлитов хаҡында.