АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
9 Ғинуар 2021, 20:15

Һай, шәп тә һуң Мәхмүтовтар!

Сыңғыҙ ауылынан килгән Әлфинә һәм Айҙар Мәхмүтовтар ғаиләһенә етеүсе булманы...

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһында "Атай, әсәй һәм мин--спорт ғаиләһе” тигән ярыш үтте. Ауыл биләмәләрендә беренсе урынға алған 18 ғаилә район кимәлендә үҙ көсөн һынап ҡараны. Ярыш бик сәмле барҙы. Һәр ғаилә үҙен етеҙ, сос, таһыл итеп күрһәтергә тырышып торҙо. Әммә ярыш ярыш инде. Уның мотлаҡ еңеүсеһе була. Шулай итеп, Сыңғыҙ ауылынан килгән Әлфинә һәм Айҙар Мәхмүтовтар ғаиләһенә етеүсе булманы. Улар ярышҡа улдары—Сыңғыҙ мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы Арсен менән килгән ине.
Мәхмүтовтар өсөн ярыш бының менән генә тамамланмай әле. Улар 15 ғинуар Өфө ҡалаһында үтәсәк “Яңы йыл ғаилә байрамы” ярышына юллана.
--Шул тиклем шатбыҙ. Уҡыусыбыҙ Арсендың физик яҡтан көслө, сәләмәт, ҡыйыу булып үҫеүен теләһәк, Мәхмүтовтарҙы ярышҡа әҙерләгән физкультура уҡытыусыһы Рәшит Мөхәммәт улы Буранбаевҡа рәхмәтлебеҙ. Алла бирһә, Мәхмүтовтар район намыҫын лайыҡлы яҡлап сығыш яһар, тип ышанабыҙ. Уңыштар теләйбеҙ, - ти Сыңғыҙ мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Фәниә Шахморатова.