АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
7 Ғинуар 2021, 16:10

Яңы йыл ғаилә уйындары үтте

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәүселәр ҙә был уйынға дәррәү ҡушылды.

Яңы йыл каникулдарында “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Фән һәм мәғариф министрлыҡтары менән берлектә икенсе тапҡыр республикалағы башланғыс кластарҙа уҡыған балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн Яңы йыл ғаилә уйындары үткәрелде.
“Быйыл пандемия үҙенең үҙгәрештәрен индерҙе. Әммә был сәләмәт тормош хаҡында онотоу өсөн сәбәп түгел. Инфекцияның таралыу хәүефен кәметеү өсөн барлыҡ уйындарҙы мәктәптәрҙәге спорт залдарында түгел, саф һауала үткәрергә булдыҡ. Өфөгә финал этабы уйындарына килгәндәр һаны ла кәмейәсәк. Һәр райондан иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән төрлө йәш категорияһында ике түгел, бер ғаилә киләсәк”, – тип белдерҙе төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәүселәр ҙә был уйынға дәррәү ҡушылды. Конкурстың муниципаль этабында 10 команда ҡатнашты. Конкурсанттарҙың етеҙлеген,көсөн һәм тиҙлеген һынап, иң шәп спорт ғаиләһен һайлап алыу өсөн төрлө күңелле уйындар ойошторолдо. Шулай итеп 1-се урынды Аҡъяр ауылы 1-се урта мәктәбенән Рәхмәтовтар ғаиләһе яуланы. 2-се урынға - Аҡъяр ауылы 2-се урта мәктәптән Нураевтар, 3-сө урынға - Татыр-Үҙәк ауылы урта мәктәбенән Аллабирҙиндар ғаиләһе лайыҡ булды.
Рәхмәтовтар 15 ғинуарҙа Өфөлә уҙғарыласаҡ Яңы йыл ғаилә уйындары фестивәленең финал этабында ҡатнашасаҡ. Уларға уңыштар теләйбеҙ!