АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
9 Декабрь 2020, 10:45

КОНКУРСҠА ҠУШЫЛАЛАР

Йылайыр районы Япарһаҙ ауылында йәшәүсе Мансура Әхмәтулла ҡыҙы һәм Рауил Хабрахман улы Вәхитовтар—“Атайсал”дың тоғро дуҫтары. Хужабикәгә 74 йәш булһа, ғаилә башлығына 80 йәш.Мансура инәй ҡул эшенә оҫта. Бына ул үҙе бәйләгән сағыу ултырғыс түшәктәренән “Атайсал” тип яҙып та ҡуйған. Гәзиткә яҙылырға ла онотмаған!Вәхитовтар “Атайсал” менән бергә” конкурсында ҡатнаша.Ә һеҙ гәзиткә яҙылдығыҙмы? Ниндәй ҡул эшегеҙҙә “Атайсал” һүҙен сағылдыра алаһығыҙ? Фото һәм квитанция күсермәһен көтәбеҙ. Еңеүсегә беҙҙән шәп бүләк!

Йылайыр районы Япарһаҙ ауылында йәшәүсе Мансура Әхмәтулла ҡыҙы һәм Рауил Хабрахман улы Вәхитовтар—“Атайсал”дың тоғро дуҫтары. Хужабикәгә 74 йәш булһа, ғаилә башлығына 80 йәш.
Мансура инәй ҡул эшенә оҫта. Бына ул үҙе бәйләгән сағыу ултырғыс түшәктәренән “Атайсал” тип яҙып та ҡуйған. Гәзиткә яҙылырға ла онотмаған!
Вәхитовтар “Атайсал” менән бергә” конкурсында ҡатнаша.
Ә һеҙ гәзиткә яҙылдығыҙмы? Ниндәй ҡул эшегеҙҙә “Атайсал” һүҙен сағылдыра алаһығыҙ? Фото һәм квитанция күсермәһен көтәбеҙ. Еңеүсегә беҙҙән шәп бүләк!
Әйткәндәй, бынан алда матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙың ун көнлөгө бара, ул 13 декабргә тиклем дауам итә тигән инек. Әле декадникты 20 декабргә тиклем оҙайтыуҙарын хәбәр иттеләр. Тимәк, ошо осорҙа “Атайсал”ға ташламалы хаҡ менән яҙылырға мөмкин. Уның аръяғына подписканы туҡтатырға уйлайҙар. Тимәк, ашығырға кәрәк.