Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
21 Октябрь 2020, 14:50

Герой һынын кем эшләр?

Конкурс бер турҙа уҙа. Ҡатнашыусы һәйкәлдең 40 сантиметрҙан да бәләкәй булмаған өс үлсәмле проект моделен тәҡдим итергә тейеш.

Башҡортстандың милли геройы, 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы Гвардия) дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шәйморатовҡа Өфө ҡалаһының Совет мәйҙанында һәйкәл урынлаштырыу өсөн иң яҡшы проектҡа асыҡ конкурс иғлан ителде.
Конкурста ҡатнашыуға айырым йәиһә авторҙар коллективы составында булған профессиональ һынсылар саҡырыла. Ғариза граждандар берләшмәһе исеменән бирелһә, конкурста ҡатнашыу өсөн вәкәләтле бер вәкилде делегат итеп һайларга кәрәк. Һын композицияһын һәйкәл ҡуйыу урыны менән бәйләү һәм проекттың график өлөшөн башҡарыу өсөн конкурста ҡатнашыусының архитектор йәлеп итеүе шарт итеп ҡуйыла.
Конкурс бер турҙа уҙа. Ҡатнашыусы һәйкәлдең 40 сантиметрҙан да бәләкәй булмаған өс үлсәмле проект моделен тәҡдим итергә тейеш. Тапшырылған материалдар араһында шулар көтөлә:
график эскиз;
ижад эшенең идеяһы, материалы һәм үлсәме хаҡында аңлатма;
һәйкәлде булдыруға кәрәкле сығымдар сметаһы.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар һәм материалдар 2020 йылдың 20 ноябренә ҡәҙәр “Торатау” Конгресс-холлында, Өфө ҡалаһының Зәки Вәлиди урамы, 2 адресы буйынса директорҙың ҡабул итеү бүлмәһендә эш көндәрендә 9-18 сәғәттәрҙә ҡабул ителә. Бәйләнеш өсөн телефон – (347) 276 55 00, Гөлдәр Сабитоваға мөрәжәғәт итергә.
Конкурс материалдарын махсус комиссия тикшерә.
Фото: “Башинформ”