Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
16 Октябрь 2020, 17:00

Моңло бала Айһылыу

Сибай ҡалаһының “Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе айһылыу Әбделғазина "Сулпылар" телевизион конкурсының финалына үткән.4 йәшендә йырлай башлаған ҡыҙҙың ғаиләһендә рухи тәрбиәгә ҙур иғтибар бирелә. Айһылыуҙың һәләттәрен асыуға әсәһе Светлана Раят ҡыҙы ҙур иғтибар бүлә, яңынан-яңы йырҙар, бейеүҙәр өйрәтә.

Сибай ҡалаһының “Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе айһылыу Әбделғазина "Сулпылар" телевизион конкурсының финалына үткән.
4 йәшендә йырлай башлаған ҡыҙҙың ғаиләһендә рухи тәрбиәгә ҙур иғтибар бирелә. Айһылыуҙың һәләттәрен асыуға әсәһе Светлана Раят ҡыҙы ҙур иғтибар бүлә, яңынан-яңы йырҙар, бейеүҙәр өйрәтә.
"Сулпылар-2020" конкурсының февраль айында Өфөлә үткән һайлап алыу турында 224 кеше араһынан I турға 60 кеше һайлап алынған. Унда Айһылыу Әбделғазина башҡорт халыҡ йыры"Тирәккәйем" башҡарған һәм II турға үтеүсе 24 бала араһында билдәләнгән. Финалда иң көслө һәм матур тауышлы 12 йәш йырсы сығыш яһаясаҡ.