Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
8 Август 2020, 13:35

Һүрәт төшөрөүселәр, һеҙҙең өсөн!

Волга яны федераль округында "ФормАRT" урам сәнғәте проекты тормошҡа ашырылып, ғаризалар 7 авгусҡа тиклем ҡабул ителә тип хәбәр иткәйнек. Әле сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла эскиздарын тулыһынса әҙерләп бөтмәгән, шунлыҡтан ғаризалар йыйыу мәле 17 авгусҡа тиклем оҙайтылды. Ҡатнашырға теләүселәр Formartpfo.ru сайты аша ғариза бирә ала. Эштәрҙе урам сәнғәте өлкәһендә тәжрибәһе булған федераль һәм төбәк эксперттары баһалай.Быйылғы стрит-арт фестиваленең төп темаһы--һәр кешенең ҡәҙерле булыуын күрһәтеү, коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш.Йәш рәссамдар үҙҙәренең һүрәте аша халыҡ һаулығы һәм ғүмере өсөн көрәшеүсе, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә иғтибарлы булған медицина хеҙмәткәрҙәренә, ирекмәндәргә дан йырлаясаҡ.Сарала профессиональ рәссамдар ҙа, һүрәт төшөрөргә яратыусылар ҙа ҡатнаша ала. Уларға 16-35 йәш булырға тейеш.

Волга яны федераль округында "ФормАRT" урам сәнғәте проекты тормошҡа ашырылып, ғаризалар 7 авгусҡа тиклем ҡабул ителә тип хәбәр иткәйнек. Әле сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла эскиздарын тулыһынса әҙерләп бөтмәгән, шунлыҡтан ғаризалар йыйыу мәле 17 авгусҡа тиклем оҙайтылды.
Ҡатнашырға теләүселәр Formartpfo.ru сайты аша ғариза бирә ала. Эштәрҙе урам сәнғәте өлкәһендә тәжрибәһе булған федераль һәм төбәк эксперттары баһалай.
Быйылғы стрит-арт фестиваленең төп темаһы--һәр кешенең ҡәҙерле булыуын күрһәтеү, коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш.
Йәш рәссамдар үҙҙәренең һүрәте аша халыҡ һаулығы һәм ғүмере өсөн көрәшеүсе, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә иғтибарлы булған медицина хеҙмәткәрҙәренә, ирекмәндәргә дан йырлаясаҡ.
Сарала профессиональ рәссамдар ҙа, һүрәт төшөрөргә яратыусылар ҙа ҡатнаша ала. Уларға 16-35 йәш булырға тейеш.