Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
17 Июль 2020, 14:26

Өс тоҡ бойҙай кемдеке?

“Атайсал” гәзитен даими алдырып барыусыларға билдәле булыуынса, гәзиткә һәр ярты йыллыҡҡа һәм тотош бер йылға яҙылыусылар араһында лото-уйын уҙғарыла. Гәзиттең тоғро дуҫтарын бында ихлас ҡатнашып, иҫтәлекле бүләктәр отоу мөмкинлегенә эйә. Был юлы редакциябыҙға 150-нән ашыу квитанция килде. Милләттәштәребеҙҙең мәшәҡәтле йәй миҙгелендә лә матбуғатҡа ваҡыт бүлеүенә, “Атайсал”ға яҙылыуына ҡыуандыҡ.Бына, ниһайәт, “Атайсал” гәзитенә 2020 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыусылар араһында лото-уйындың икенсе туры уҙғарылды.

“Атайсал” гәзитен даими алдырып барыусыларға билдәле булыуынса, гәзиткә һәр ярты йыллыҡҡа һәм тотош бер йылға яҙылыусылар араһында лото-уйын уҙғарыла. Гәзиттең тоғро дуҫтарын бында ихлас ҡатнашып, иҫтәлекле бүләктәр отоу мөмкинлегенә эйә. Был юлы редакциябыҙға 150-нән ашыу квитанция килде. Милләттәштәребеҙҙең мәшәҡәтле йәй миҙгелендә лә матбуғатҡа ваҡыт бүлеүенә, “Атайсал”ға яҙылыуына ҡыуандыҡ.
Уйындың төп призын—бағыусыбыҙ Баймаҡ районының Казанка ауылы крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Азат Маликов тәҡдим иткән өс тоҡ бойҙайҙы—Баймаҡ районы I-Төркмән ауылынан Рәғиҙә Әхмәтшина отто. Кер киптереү ҡоролмаһы—Баймаҡ районы Калинин ауылынан О.Р.Шәкироваға, сәй бешереү сәйнүге—Сибай ҡалаһынан Г.А.Байназароваға, йәйге душ—Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылынан Ришат Сирбаевҡа, сәй сервисы—Йылайыр районы Воскресенск ауылынан Ләлә Аллабирҙинаға, электр сәйнүге—Сибай ҡалаһынан Г.Д. Ибраһимоваға, ҡәһүә бешереү машинаһы—Хәйбулла районы Подольск ауылынан Мәстүрә Ултыраҡоваға, автомобиль өсөн саң һурҙырыу машинанһы—Баймаҡ районы Буранбай ауылынан Зәлифә Моталлаповаға юлланасаҡ.
Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә беҙҙең менән ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ! Даланлы уҡыусыларыбыҙҙы 2-55-08, 89279412606 телефон номерҙарына шылтыратып, “Атайсал” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре менән бәйләнешкә инеүҙәрен һорайбыҙ. Уйында ҡатнашыусы һәр кемгә сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һаулыҡ-сәләмәтлек, именлек ташламаһын һеҙҙе, киләсәктә лә бергә булырға яҙһын!