Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
28 Июнь 2020, 22:30

ЕҢЕҮСЕЛӘРҘЕ ҠОТЛАЙБЫҘ!

Һеҙ үҙ ҡәҙерлеләрегеҙҙе матбуғат бите аша ихтирам менән телгә алһын, данлаһын тип «Минең еңеүсем» исемле конкурс иғлан иткәйнек, ә Интернеттағы «Бәйләнештә» селтәрендәге «Атайсал» Еңеүгә дан йырлай» битләүендә «Еңеү яҙы» исемле видеояҙмалар ярышы үткәрҙек. Ысынын ғына әйткәндә, ул тиклем күп эштәр ҡабул итербеҙ тип күҙ алдына ла килтермәгәйнек. Хаттарҙы әле булһа ла гәзит биттәрендә баҫып бөтмәгәнбеҙ, ә видеоларҙың һәр береһен ҡарап сығыу еңелдән булманы.Шуныһы ҡыуандыра: тыныслыҡтың еңел яуланмағанын һәр кем яҡшы аңлай һәм еңеүселәргә оло хөрмәт менән ҡарай! Йәш быуында ла илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләнә. Беҙ һәр бер конкурсантыбыҙға рәхмәтлебеҙ! Бөтәгеҙгә лә—Афарин!

Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршы алды. Донъяны ялмап алған вирус арҡаһында Еңеү көнөндә ветерандарыбыҙҙы иҫкә алып, хөрмәтләп парад үткәрә алманыҡ, әммә улар беҙҙең йөрәктәрҙә, беҙ уларға мәңге рәхмәтлебеҙ!
Һеҙ үҙ ҡәҙерлеләрегеҙҙе матбуғат бите аша ихтирам менән телгә алһын, данлаһын тип «Минең еңеүсем» исемле конкурс иғлан иткәйнек, ә Интернеттағы «Бәйләнештә» селтәрендәге «Атайсал» Еңеүгә дан йырлай» битләүендә «Еңеү яҙы» исемле видеояҙмалар ярышы үткәрҙек.
Ысынын ғына әйткәндә, ул тиклем күп эштәр ҡабул итербеҙ тип күҙ алдына ла килтермәгәйнек. Хаттарҙы әле булһа ла гәзит биттәрендә баҫып бөтмәгәнбеҙ, ә видеоларҙың һәр береһен ҡарап сығыу еңелдән булманы.
Шуныһы ҡыуандыра: тыныслыҡтың еңел яуланмағанын һәр кем яҡшы аңлай һәм еңеүселәргә оло хөрмәт менән ҡарай! Йәш быуында ла илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләнә. Беҙ һәр бер конкурсантыбыҙға рәхмәтлебеҙ! Бөтәгеҙгә лә—Афарин!
Хаттар бик күп килде. Әле улар беҙҙең гәзит битендә йыл дауамында сығасаҡ әле. Бик ныҡлап өйрәнелгән, тәфсирләп һүрәтләнгән, уҡымлы, йөкмәткеле хаттар бар. Уларҙа бер кешенең генә түгел, тотош илебеҙҙең яҙмышы ярылып ята. Тетрәндергес мәҡәләләрегеҙ өсөн һәммәгеҙгә лә рәхмәт! Шулай ҙа беҙ Баймаҡ районы Таһир ауылынан Көнһылыу Хәйбуллина-Сафинаның «Был ғүмерҙәр бик тиҙ үтә икән» исемле хатына тәүге урынды бирергә ҡарар иттек. Яугирҙең көндәлектәренә таянып яҙылған мәҡәлә бик уҡымлы, күп мәғлүмәтле. Көнһылыу Хәйбуллинаға беҙҙән—бүләк!
Видеояҙмалар, алдан әйтеүебеҙсә, бик күп килде. «Атайсал»—Сибай, Баймаҡ ҡалалары, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондарына таралыусы гәзит булһа ла, бөтә республиканан ҡатнаштылар. Сит райондарҙы беҙ конкурстан тыш баһаланыҡ. Ә бына беҙҙең төбәктә йәшәүсе кескәйҙәрҙән (мәктәпкәсә йәштәге балаларҙан) 170-тән ашыу видеояҙма килде. Шул тиклем талантлы бәләкәстәр йәшәй икән беҙҙә. Уларҙы ҡарап баһалауы еңелдән булманы, әммә беҙ һәр береһен ҡарап сыҡтыҡ. Оҙаҡ ҡына уйланғандан, бәхәсләшкәндән һуң беренсе урынды өс кешегә бирергә булдыҡ. Шулай итеп, бына улар беҙҙең еңеүселәр: Азаматов Нургиз (5 йәш, Сибай ҡалаһы, етәксеһе Хасаева Г.З), Әбделғазина Айһылыу (5 йәш, Сибай ҡалаһы, «Әкиәт» балалар баҡсаһы), Утарбаев Даян (6 йәш, Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы, етәксеһе Утарбаева Ә.М). Беренсе урынға сығыусыларҙы бүләк көтә!
Икенсе урынға Ҡотлоәхмәтова Раида («Тирмәкәй» балалар баҡсаһы), Уразбахтина Айғына (музыка етәксеһе: Ҡунаҡбаева Гөлнәзирә Роберт ҡыҙы, Рәхмәтуллина Лилиә («Әкиәт» балалар баҡсаһы) лайыҡ булды.
Өсөнсө урынға Николаева Фидалиә ( «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы), Юлдашбаева Асия (етәксеһе: Aйытова Гөлназ Шәфҡәт ҡыҙы), Уралия Зәрәфетдинова («Баҙлауыҡ» балалар баҡсаһы «Аҡбуҙат»төркөмө. Тәрбиәселәре: Йортбәкова Л.М, Ҡасимова Л.И), Якушев Али, (Баймаҡ ҡалаһы, «Йондоҙло» балалар баҡсаһы. Етәксеһе: Мөхәмәтшина Р.С.), Хәмитова Ғәлиә ( Баймаҡ ҡалаһы «Миләш» балалар баҡсаһы), Ғәлина Яҙгөл (Сибай ҡалаһы «Баҙлауыҡ» балалар баҡсаһы, етәксеһе: Ҡасимова Л.И), Баймаҡ ҡалаһы «Йондоҙло» балалар баҡсаһының «Лучики» төркөмө кескәйҙәре, “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы кескәйҙәре (музыка етәксеһе: Ҡунаҡбаева Гөлнәзирә Роберт ҡыҙы ), Сибай ҡалаһынаң «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһы кескәйҙәре (музыка етәксеһе: Иҙрисова Гөлдәр Самат ҡыҙы), Хәмитова Дания (Иҫкҽ Сибай ауылының «Сулпылар» балалар баҡсаһы), Гөлзәминә Яугилдина (Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылы мәктәпкәсә йәштәге төркөмө. Етәксеһе: Мөхәмәдйәнова З.М) сыҡты. Икенсе һәм өсөнсө урын алыусы бәләкәстәргә Почет грамотаһы ебәреләсәк!
Уҡыусылар ҙа бик күп ҡатнашты. Һигеҙ тиҫтәгә яҡын видеояҙманы ҡарап сыҡҡас, урын түбәндәгесә бирелде. Беренсе урынға Байегетова Нәйлә (Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбе уҡыусыһы), Азаматова Алтынай (Баймаҡ районы 1-се Этҡол урта мәктәбе уҡыусыһы. Етәксеһе: Хисмәтуллина Гөлфиә Әнүәр ҡыҙы ), Байрамғолов Әмир (Баймаҡ ҡалаһы. Етәксеһе: Торсонбаева Басира Кинйәғәле ҡыҙы), Аҫылғужина Розалия (Баймак районы Иҫке Сибай ауылы), Гүзәлиә Фәттәхова (Республика дистанцион белем биреү үҙәгенең (Сибай) 10-сы класс уҡыусыһы) сыҡты. Был егет-ҡыҙҙарҙы бүләк көтә!
Икенсе урынды Мәликә Шәмиғолова (Семеновск башланғыс мәктәбе уҡыусыһы), Гөлкәй Вәлитова (1-се Этҡол урта мәктәбе уҡыусыһы), Гөлмирә Вәлиева (Баймаk лицей- интернаты уҡыусыһы, Етәксеһе: Фәйзуллина Зөһрә Гәбитулла ҡыҙы), Ғәлина Хәнифә (Баймаҡ районы Сыңғыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы) бүлешә. Өсөнсө урынға Алтынай Нәҙербаева, Ильвина Теүәлбаева (Йәш натуралистар станцияһы), Асанова Айһылыу, Дәүләтбаева Әҙилә (Баймаҡ ҡалаһы 4-се лицейы уҡыусыһы. Етәксеһе: Сирбаева Айгөл Әнүәр ҡыҙы), Ильвина Ғазина (Баймаk лицей-интернаты уҡыусыһы), Лариса Каракулина (Етәксеһе Фәйзуллина Зөһрә Гәбитулла ҡыҙы), Гөлсирен Солтангәрәева (Баймаҡ районы Беренсе Этҡол мәктәбе уҡыусыһы) сыҡты. Уларға Почет грамотаһы ебәрелер.
Ололар ҙа бик теләп ҡатнашты. Нәфис һүҙ оҫталары, йыр-моңға маһирҙар бик күп икән беҙҙә! Афарин! Яҙыусылар, шағирҙар ижадына иғтибар итеүселәр ҙә, үҙ шиғырҙарын һөйләүселәр булды. Шулай итеп, беренсе урын Ҡырымғужина Вәғиҙә инәйгә (86 йәш, Хәйбулла районы Иләс ауылы), Баймаҡ районы Буранбай ауылынан апайлы-һеңлеле Абыҙгилдиналарға (Баймаҡ районы Буранбай ауылы) һәм Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Урғаҙа филиалы уҡытыусыларына бирелә. Еңеүселәрҙе бүләк көтә.
Икенсе урын һәм Почет грамотаһы Байғужина Гөлнурға, Ҡотлоәхмәтова Сәриәгә, Хәзиева Раушанияға, Байегетова Рәзинәгә бирелә. Өсөнсө урынды Әхмәтова Гөлсөмбаныу Һибәт ҡыҙы, Әлфидә Хәсәнова, Ишимова Рәсимә бүлешә. Уларға Почет грамотаһы ебәрелер.
Башҡа конкурсанттар бошонмаһын, һәр береһенә номинациялар буйынса Почет грамоталары ебәреп сығырға тырышырбыҙ. Һеҙ ҙә бик талантлы! Киләһе конкурстарҙан да ситтә ҡалмағыҙ! Барығыҙға ла йәнә бер ҡат ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!
«Атайсал»дар.