АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
27 Июнь 2020, 01:44

Башҡортостан ҡыҙы Айһылыу Кәлимғолова еңеү яуланы!

Өфө дәүләт нефть техник универстеты аспиранты Айһылыу Кәлимғолова финалда математик моделләштереү базаһында яғыулыҡ ҡорамалдарын реконструкциялау проектын тәҡдим итте.

26 июндә “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы проекттарының береһе “Минең илем – минең Рәсәйем” XVII Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыусылар “Минең илем энергияһы” номинацияһында ҡатнашып үҙ проекттарын яҡланы. Еңеүселәр араһында Башҡортостан Республикаһынан Айһылыу Кәлимғолова ла бар. Конкурстың урындағы этабында Рәсәйҙең 13 төбәгенән 30 кеше ҡатнашҡан. Өфө дәүләт нефть техник университеты аспиранты Айһылыу Кәлимғолова финалда математик моделләштереү базаһында яғыулыҡ ҡорамалдарын реконструкциялау проектын тәҡдим итте.
“Һәр ғилми тикшеренеүҙең йәмғиәткә файҙа килтергәне ҡиммәтле. Асыштар барыһына ла билдәле булырға, ил мәнфәғәтенә хеҙмәт итһен өсөн ҡулланыуға индерелергә тейеш. “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы һәм “Минең илем – минең Рәсәйем” конкурсы ярҙамында үҙемдең проектымды Рәсәй Яғыулыҡ министрлығы, “Газпром” кеүек профилле йәмғиәт вәкилдәренә күрһәтә алдым, уларҙың ярҙамы менән киләсәктә проект тормошҡа ашырыласаҡ”, – тине Айһылыу.
“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” коммерцияға ҡарамаған ойошманың генераль директоры урынбаҫары Владислав Даванков белдереүенсә, Президент платформаһы йәш белгестәргә яңы мөмкинлектәр асты. Быйыл конкурста Рәсәйҙең 85 төбәгенән 20 тематик номинация буйынса 60011 конкурсант үҙ проектын тәҡдим иткән.