Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
6 Апрель 2020, 13:05

Таҡмаҡ әйт тә шифаханаға бар

"Яҡтыкүл" шифаханаһында ял итергә теләйһеңме? Улайһа, таҡмаҡ әйт... Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы янындағы Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды Таҡмаҡ бәйгеһе иғлан итте. Ҡатнашыусылар һирәк осраған, үҙенсәлекле, үҙ төбәгенә генә хас йә иһә үҙе ижад иткән таҡмаҡтар менән сығыш яһай ала. Видеояҙма әҙерләп, уны 30 июнгә тиклем "Бәйләнештә" селтәрендәге рәсми төркөмгә ебәрергә кәрәк. Унда һәр теләүсе ҡатнаша ала. Йәш буйынса сикләү юҡ. Бөтә ҡатнашыусыларға сертификаттар, ә еңеүселәргә приздар биреләсәк. Төп бүләк иһә "Яҡтыкүл" шифаханаһына ике кешелек юллама.
Тулыраҡ мәғлүмәт:
https://vk.com/takmakbatle