Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
26 Март 2020, 13:50

Балалар замана афәттәренә ҡаршы

Сибай ҡалаһының Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы “Наркотиктарһыҙ донъя", "Терроризмға ЮҠ", "Социаль плакат" һүрәттәр конкурсына йомғаҡ яһаны.

Сибай ҡалаһының Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы “Наркотиктарһыҙ донъя", "Терроризмға ЮҠ", "Социаль плакат" һүрәттәр конкурсына йомғаҡ яһаны.
“Наркотиктарһыҙ донъя" номинацияһында 1-се урынды Камила Әҙеһәмова (“Ҡурай “ балалар баҡсаһы, етәксеһе Г.З.Хасаева), “Палитра” берекмәһенән Гүзәлиә Сөләймәнова, Анна Труханова яуланы. Икенсе урында Усман Булатов (“Ҡурай “ балалар баҡсаһы, етәксеһе Р.Р.Мәҡсүтова), Азалия Ҡырымғужина (9-сы лицей, етәксеһе И.Г.Каплина), Элина Биктимерова (Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы) билдәләнде. Өсөнсө урынды Әминә Зәйнуллина (“Ҡурай “ балалар баҡсаһы, етәксеһе А.С.Хәсәнова), “Палитра” берекмәһенән Роза Сөләймәнова, Мирослава Солонина бүлеште.
Махсус диплом һәм аттракционға бушлай абонемент менән
Назарова Лада ("Палитра"), Буранбаева Айлина ("Палитра"), Кутукова Елена ("Палитра"), Мамыкина Арина ("Палитра"), Иҙрисова Зарина ( "Палитра")
Биктимерова Арина ( "Ҡурай" балалар баҡсаһы), Павлов Владислав ( 6-сы мәктәп) бүләкләнә.
“Терроризмға ЮҠ" номинацияһында 1-се урынға “Ҡурай” балалар баҡсаһынан Әнүәр Әҙеһәмов (етәксеһе Г.З.Хасаева) өлгәште. 2-се урынды Арсен Ҡырымғужин алды (“Ҡайынҡай” балалар баҡсаһы, етәксеһе И.Г.Каплина).
“Социаль плакат” номинацияһында "Палитра" берекмәһендә шөғөлләнеүселәр айырым әүҙемлек күрһәтте: 1-се урынға Радмила Әхмәтова, 2-сегә Йәнтилина Эмилия, Мәҙинә Юлдашбаева, Маргарита Мөхәмәтова сыҡты.
3-сө урынды Әминә Зәйнуллина (“Ҡурай” балалар баҡсаһы, етәксеһе Г.З.Хасаева), Амира Ирмәкова ("Палитра") бүлеште.
Конкурс еңеүселәре мәҙәниәт һәм ял паркының фирмалы дипломы һәм аттракциондарҙа бушлай йөрөүгә абонемент менән бүләкләнә. Бүләктәрҙе 27 март иртәнсәктән кискә тиклем парк бинаһынан барып алырға мөмкин. Адрестары Чайковский урамы, 1.