Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
25 Март 2020, 14:00

“Салтанат”тар өҙә баҫа

Сибай гимназия-интернатының “Салтанат” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле Ырымбур ҡалаһында үткән “Кит” халыҡ-ара конкурсында ҡатнашып, I дәрәжәле лауреат дипломына лайыҡ булды.

Сибай гимназия-интернатының “Салтанат” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле Ырымбур ҡалаһында үткән “Кит” халыҡ-ара конкурсында ҡатнашып, I дәрәжәле лауреат дипломына лайыҡ булып ҡайтты. Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә “Салтанат”тар быйыл репертуары өҫтөндә ныҡлы эшләне. Конкурста йәш бейеүселәр “Эх, күңелле йәш саҡтар!” һәм “Тверские гуляния” бейеүҙәре менән сығыш яһаны. Ансамблде конкурсҡа етәкселәре Фәнүзә Мөхәмәтйәнова һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәйзулла Ғөбәйҙуллин әҙерләгән. Быйыл үҙенең 10 йыллығын билдәләгән ансамбль бейеүселәренә гел уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.