Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
6 Март 2020, 22:35

Йыр йәшәтә, йыр ҡанатландыра

Русландың йыр сәнғәтенә битараф булмауы яҡшы. Ҡыҙғанысҡа күрә, йәш егет яҡты донъяны тик йыр аша күрә, тоя. Күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ ҙа күҙ алдына килтерегеҙ әле...Күптәр сәхнәгә сығырға йөрьәт итмәҫ. Ә Русландың сығышында бөтә нәмә лә сағылыш тапты—бәхет, һыҙланыу, мөхәббәт...Йәштәрҙең дуэтын тамашасылар аяғүрә баҫып алҡышланы, күптәр күҙ йәштәрен тыя алманы...Мираның -- финалға, Русландың ярым финалға сығыуҙары—үҙе батырлыҡҡа тиң.

Сибай ҡалаһының “Мир” йәштәр йортонда “Урал аръяғы тауышы” шоу-проектының батлы, ярым финалы үтте. Остаздар—Рәил Өмөтбаев, Зәйнетдин, Светлана Үтәева, Надежда Камогорова ярым финалға эләгеүсе йырсылар менән дуэттар, трио әҙерләп сәхнәгә сығарҙы. Һәр команданың сығыштарын тамашасылар йылы ҡабул итте. Ҡырҡҡа яҡын конкурсанттан ярым финалға 28 –е үтте. Ярым финалдан иһә финалға 12 сыҡты.
--Ярым финал уҙғандан бирле күңелем иләҫ-миләҫ булып тик тора! Сөнки командалағы йырсыларымдың уңыштарын күреү икеләтә бәхет. Айырыуса Руслан Жулмөхәмәтов менән Мира Харрасованың дуэты тетрәндерҙе,--тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә остаз Светлана Үтәева.—Русландың йыр сәнғәтенә битараф булмауы яҡшы. Ҡыҙғанысҡа күрә, йәш егет яҡты донъяны тик йыр аша күрә, тоя. Күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ ҙа күҙ алдына килтерегеҙ әле...Күптәр сәхнәгә сығырға йөрьәт итмәҫ. Ә Русландың сығышында бөтә нәмә лә сағылыш тапты—бәхет, һыҙланыу, мөхәббәт...Йәштәрҙең дуэтын тамашасылар аяғүрә баҫып алҡышланы, күптәр күҙ йәштәрен тыя алманы...Мираның -- финалға, Русландың ярым финалға сығыуҙары—үҙе батырлыҡҡа тиң.
Шоу-проекттың финалы 15 мартта үтәсәк. Уға ҡәҙәр смс-тауыш биреүҙәр бара. Башта Сибай һүҙен яҙып, пробел яһап, үҙегеҙгә оҡшаған йырсының һаны менән 5577 һанына смс- хәбәр ебәрергә кәрәк. Бер смс хәбәрҙең хаҡы –20 һум.
Финалға сығыусыларҙың исемлеге һәм һандары:
Линара Ғарипова 13
Наталья Бурцева 16
Александра Чагаева 17
Тимербулатов Руслан 21
Ишбирҙин Фәрхәт 27
Полина Ревтова 29
Мира Харрасова 32
Елизавета Чигринова 35
Гөлиә Муллагилдина 38
Айгиз Ишмурзин 41
Ләйсән Усманова 48
Раян Юнысов 49