4 мартта "Торатау" конгресс-холында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошторған Төбәк-ара "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" конкурсында яҡташтарыбыҙ Сибай ҡалаһы Балалар һынлы сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Зәлиә Моталлапова һәм Баймаҡ ҡалаһынан Айгөл Ишемғужина (Иҙелбаева) «Ҡатын-ҡыҙ мәҙәниәттә» номинацияһында еңеү яуланы.
Быйыл конкурста “Ҡатын-ҡыҙ - әсә”, “Ҡатын-ҡыҙ - лидер”, “Ҡатын-ҡыҙ - ғалим”, “Ҡатын-ҡыҙ - педагог”, “Ҡатын-ҡыҙ - бизнес-леди” “Ҡатын-ҡыҙ - оҫта”, “Ҡатын-ҡыҙ- йыл үрнәге”, “Өлкән быуын араһында актив йәмәғәтсе”, “Йәштәр араһында актив йәмәғәтсе”, “Ҡатын-ҡыҙ мәҙәниәттә” номинациялары буйынса республикабыҙҙың төрлө төбәгенән йыйылған 500-ҙән ашыу гүзәл зат үҙенең көсөн һынап ҡараны.