Сибай сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Ғаяз Танһыҡҡужин һәм Әнүәр Буранғолов Өфөлә үткән “Башҡортостан таланттары” Vll Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсында I дәрәжәде дипломға лайыҡ булды. Мәртәбәле ярышҡа уҡыусыларҙы әҙерләгән уҡытыусы Илмир Амур улы Нәҙерғолов Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Ғаяз конкурстың “Инструменталь жанр” номинацияһында 6-9 йәшлектәр араһында ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйө “Урал”ды оҫта башҡарып жюрины таң ҡалдырған. Быға ҡәҙәр һәләтле малайҙы бейеүсе булараҡ белһәк, әле килеп уның ҡурайсы ла булыуы асыҡланды.