Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
17 Февраль 2020, 18:10

УРАЛЫМДА ҠАЛЫР МОҢДАРЫМ…

ШИҒЫР ҺӨЙӨҮСЕЛӘР ИҒТИБАРЫНА! ЯҢЫ КОНКУРС. СИТТӘ ҠАЛМАҒЫҘ. Тулыраҡ мәғлүмәт беҙҙең сайтта.

Баймаҡ биләмә ара-үҙәк китапханаһы Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға ҡарата һәм шағирҙың ижадын киңерәк пропагандалау, тәрәнерәк өйрәнеү, йәш быуында арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың тормош юлына, ижади эшмәкәрлегенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм исемен мәңгеләштереү маҡсатында Урал аръяғы төбәге шиғыр һөйләүселәр интернет-бәйгеһе иғлан итә.
Бәйге шарттары:
-Арҙаҡлы шағирҙың бер шиғырын йәиһә поэмаһынан өҙөктө яттан, тасуири һөйләп видеокамераға төшөрөргә һәм исем-шәрифте, йәште, ҡайҙан булыуығыҙҙы күрһәтеп ошо төркөмгә https://vk.com/igebaev90 ебәрергә кәрәк.
-Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың сығышы өс төркөмгә бүлеп баһалана.
1-се төркөм - 5 йәштән 9 йәшкә тиклемге балалар,
2-се төркөм - 10 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар,
3-сө төркөм – 18 йәштән һәм унан өлкәнерәк бәйгеселәр.
-Видеосюжетты тап килгән көй-моң һәм техник ысулдар менән биҙәргә мөмкин. Әммә төп иғтибар тасуири уҡыуға һәм шиғырҙың көсөн, мәғәнәһен тулы килеш биреү һәләтенә йүнәлтеләсәк.
Үткәрелеү ваҡыты: 2020 йылдың 10 февраленән 2020 йылдың 20 июненә тиклем.
Еңеүселәр “Бәйләнештә” селтәрендәге Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһының “Уралымда ҡалыр моңдарым” төркөмөндә йыйған тауыштар иҫәбе һәм жюри ағзаларының фекере буйынса билдәләнәсәк. Тауыш биреү системаһы буйынса дәғүәләр ҡабул ителмәй. Төрлө программалар ярҙамында мутлашып тауыштар һанын арттырыу тыйыла һәм тикшереләсәк.