АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
10 Февраль 2020, 14:50

Төбәк данын яҡларға әҙерҙәр

Төбәктә шулай уҡ беренсе тапҡыр «Йыл педагогы—2020» конкурсы ла ойошторолдо. Унда 1-се Аҡъяр мәктәбенең өҫтәмә белем биреү педагогы Гүзәл Бохарбаева Гран-при яуланы.

Ярышҡа 2-се Аҡъяр мәктәбе уҡытыусылары ентекле әҙерләнеп, гел призлы урындар яуланы: башланғыс кластар уҡытыусыһы Таңһылыу Вәлиева “Йыл уҡытыусыһы—2020” булып танылһа, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» номинацияһына Лилиә Урманова лайыҡ булды. «Һәләтлелек» номинацияһында тарих уҡытыусыһы, йәш белгес Юлдаш Атанов билдәләнде.
Төбәктә шулай уҡ беренсе тапҡыр «Йыл педагогы—2020» конкурсы ла ойошторолдо. Унда 1-се Аҡъяр мәктәбенең өҫтәмә белем биреү педагогы Гүзәл Бохарбаева Гран-при яуланы.
Еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы “Йыл уҡытыусыһы-2019” конкурсы еңеүсеһе Зарема Турабаеваның күсмә кубокты Таңһылыу Вәлиеваға тапшырыуы менән тамамланды.
—Быйыл «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» республика конкурсында Хәйбулла районы данын Лилиә Шәһит ҡыҙы Урманова яҡлаясаҡ. Киләһе йылда иһә Т.Ғ.Вәлиева «Йыл уҡытыусыһы», ә Юлдаш Рим улы Атанов «Йәш уҡытыусы» республика конкурстарында ҡатнашып, мөмкинлектәрен һынап ҡараясаҡ,—тине район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Юлай Сиражетдинов.—«Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» конкурсының еңеү-сеһе әле билдәләнмәгән. Предмет уҡытыусыларының методик берекмәһенә был тәңгәлдә лайыҡлы кандидатура табып, республика ярышына әҙерләү бурысы ҡуйылды. «Йыл педагогы» республика конкурсына төрлө йүнәлештәр буйынса эшләүсе Г.Р.Бохарбаева, Г.М.Билалова, Н.Н.Жильцова, Г.А.Назароваларҙы ебәрергә тәҡдим ителде.