Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
4 Февраль 2020, 17:15

СОЦИАЛЬ РЕКЛАМА ЭШЛӘ ҺӘМ КОНКУРСТА ҠАТНАШ!

Видеяҙма, буклет йә баннер макетын уйла һәм тәҡдим ит...Тулыраҡ беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Республикала наркотиктарға ҡаршы һәм сәләмәт тормош рәүешен яҡлауға йүнәлтелгән социаль рекламалар конкурсы старт алды. “Йәшәйеште бергәләп ҡотҡарайыҡ” тип исемләнгән конкурста ҡатнашырға теләүселәр буклет, видеояҙма йә иһә баннер макетын эшләргә кәрәк.
Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу идаралығы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, сараның төп маҡсаты—йәмәғәтселектең иғтибарын проблемаға йәлеп итеү, законһыҙ наркотиктар әйләнешен контролләү, ағыулы матдәгә негатив ҡараш уятыу.
Конкурста физик һәм юридик берәмектәр ҡатнаша ала. Эштәр өс номинацияла ҡабул ителә (баннер, видеояҙма, буклет). Иң яҡшы эш авторҙары төбәк этабында бүләкләнә һәм уларҙың эштәре федераль конкурсҡа ебәрелә.
Конкурс эштәре 17 февралгә тиклем ҡабул ителә.
Эштәрҙе түбәндәге адресҡа ебәрергә: Өфө ҡалаһы, Коммунистик урамы, 29. Электрон адрес: [email protected].
Түбәндәге һылтанмалар аша яҡынданыраҡ танышырға мөмкин: