Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
30 Ғинуар 2020, 14:15

Алтынайға тиңдәр булманы

Эпосты яттан һөйләүселәр араһында, республика район-ҡалалары мәктәптәренән тыш, Рәсәй төбәктәренән, шулай уҡ сит илдәрҙән ҡатнашыусылар ҙа булды.

Баш ҡалала үткән “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең халыҡ-ара конкурсында Йылайыр районы мәктәптәре уҡыусылары уңышлы сығыш яһаны.
Быйыл конкурс төбәктә Х тапҡыр ойошторолдо. Эпосты яттан һөйләүселәр араһында, республика район-ҡалалары мәктәптәренән тыш, Рәсәй төбәктәренән, шулай уҡ сит илдәрҙән ҡатнашыусылар ҙа булды. Мәртәбәле конкурста Һабыр урта мәктәбенән Алтынай Атанғолова, Йылайырҙағы Ш. Бабич исемендәге башҡорт гимназияһынан Ф.Ҡотолоәхмәтова, И.Мәхмүтов, Я.Ильясова ҡатнашты. Алтынай Атанғолова (етәксеһе А. И. Атанғолова) рус теле секцияһында эпосты рус телендә һөйләп, I дәрәжәле дипломға лайыҡ булды. Шулай уҡ ул оҫта башҡарыусы булараҡ"Полиглот" секцияһында, "Матурлыҡ һәм тәьҫирлелек өсөн", "Артистизм һәм башҡарыу оҫталығы өсөн" номинациялары еңеүсеһе булып танылды.
Һәләтле уҡыусыларҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Уҡыуҙарында уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ!