Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
8 Ноябрь 2019, 11:34

Афарин, Юлиә!

Өфөлә “Урал мираҫы” мәғариф форумында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан ойошторолған проекттар конкурсында Хәйбулла районы яҡташтар ойошмаһы рәйесе Юлиә Юлдашбаева еңеү яулап, үҙенең әлегә тәүге грантын отто.

Бишенсе тапҡыр үткәрелгән был конкурс ҡала һәм райондарҙан килеүсе 200 ҡатнашыусыны берләштерҙе. Һәр сығыш яһаусы "Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү” номинацияһында проект тәҡдим итте. Проекттар сифатлы видеоконтеттарҙы, ҡыҫҡа метражлы фильм, “Йәш фекер”реалити-шоуҙарҙы башҡорт телендә ижад итеүгә бағышланған ине. Халыҡ фольклорына мөрәжәғәт итеүселәр ҙә байтаҡ була. “Таҡмаҡ-баттл” таҡмаҡтарҙы заманса популярлаштырыу методтарын күрһәтһә, Юлиә Юлдашбаева иһә башҡорт эпостары мотивы ярҙамында комикстар төҙөү идеяһын презентациялай. Афарин, Юлиә!
2020 йылда башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән проект сиктәрендә Юлиә Юлдашбаева, Азат Хоҙайғолов, һәм Илүзә Янбаева менән килешеү төҙөлдө. Шундай алдынғы йәштәребеҙ барҙа телебеҙ үҫер, һаҡланыр, тигән өмөттәбеҙ.