Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
7 Ноябрь 2019, 16:35

Буласаҡ шәфҡәт туташтары ла һүҙгә маһир

Өфө күп тармаҡлы профессиональ колледжында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “Мин түгелмен тыуған ерҙең тик осраҡлы ғына ҡунағы ”шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте. Унда республиканың 98 махсус урта белем биреү уҡыу йорттарынан студенттар нәфис һүҙ һөйләү буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте. Сибай медицина колледжы студенттары Алһыу Вәлитова, Айгизә Мансурова уңышлы сығыш яһап, III урынға лайыҡ булды. Призерҙар әҙерләүсе колледжың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәүлиҙә Мәхәмәтғәле ҡыҙы Килдебаева Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.