Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
29 Октябрь 2019, 17:20

“Сәңгелдәк” “Алтын ҡурай”ға лайыҡ булды

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Башҡортостандың—100 һәм Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған Халыҡ-ара “Алтын ҡурай” асыҡ конкурсы үтте.Еңеүселәр төрлө номинациялар буйынса билдәләнде. “Ап-аҡ ҡағыҙ һалам мин алдыма” номинацияһына “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы лайыҡ булды . “Сәңгелдәк” тапшырыуы баһалама ағзалараның барыһының да йөрәген яуланы.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Башҡортостандың—100 һәм Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған Халыҡ-ара “Алтын ҡурай” асыҡ конкурсы үтте.
Еңеүселәр төрлө номинациялар буйынса билдәләнде. “Ап-аҡ ҡағыҙ һалам мин алдыма” номинацияһына “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы лайыҡ булды . “Сәңгелдәк” тапшырыуы баһалама ағзалараның барыһының да йөрәген яуланы.
“Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина билдәләп үтеүенсә, “Сәңгелдәк”—уларҙың иң тәүге һәм төп тапшырыуҙарының береһе. Бына инде 27 йыл буйына республикабыҙ кескәйҙәре “Сәңгелдәк”тең бишек йыры аҫтында йоҡларға тала.
Тапшырыу өҫтөндә өлкәндәрҙән һәм балаларҙан торған бик үҙенсәлекле команда эшләй. Уның режиссеры Айгөл Малбаева, редакторы Зөлфиә Даянова һәм проекттың төп хужалары Гүзәл менән Искәндәр лайыҡлы бүләктәрен алды.