АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
7 Октябрь 2019, 15:42

Уңыштары менән ҡотлайбыҙ

Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, 30 йылға яҡын педагогия стажы булған 1-се Аҡъяр мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары ошо көндәрҙә «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары» исеменә лайыҡ булып, 50 мең һумлыҡ грант алды.

Данлыҡлы Салауат районынан сал ҡылғанлы Хәйбулла тарафтарына килен булып төшөп, ошонда таштай батып, төбәк үҫешенә тос өлөш индереүсе Рәсимә Камил ҡыҙы Ибраһимова күп яҡлы шәхес. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, 30 йылға яҡын педагогия стажы булған 1-се Аҡъяр мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары ошо көндәрҙә «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары» исеменә лайыҡ булып, 50 мең һумлыҡ грант алды. Рәсимә Камил ҡыҙын уңыштары менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә белем биреү тармағында арымай-талмай эшләүен теләйбеҙ! Уҡытыуға ғына түгел,ҡул эштәренә лә оҫта ханыма ижади ҡомар юлдаш булһын!
Фотола Рәсимә Камил ҡыҙы Ибраһимова уртала.