АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
4 Октябрь 2019, 20:26

СӘХНӘЛӘ—АҠЙОНДОҘ МЕНӘН АҠЙЕГЕТ!

СӘХНӘЛӘ—АҠЙОНДОҘ МЕНӘН АҠЙЕГЕТ!Быйыл республика халҡы Башҡортостандың 100 йыллығы менән бергә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләй. Ошо уңайҙан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы тарафынан сая рухлы, ижади ҡарашлы йәштәр араһында “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” бәйгеһе иғлан ителде.

Быйыл республика халҡы Башҡортостандың 100 йыллығы менән бергә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләй. Ошо уңайҙан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы тарафынан сая рухлы, ижади ҡарашлы йәштәр араһында “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” бәйгеһе иғлан ителде.
Күңелдәге ҡайнар хистәрҙе урғылтып, йөрәктәрҙә ялҡын ҡабындырыр, таш бәғерҙе лә саф мөхәббәт тойғоларына ышандырыр, Мостай рухын зиһендәргә бөркөр был конкурс Баймаҡ районында 1998 йылдан алып үткәрелә. Тәүге бәйгеләр бөйөк әҙибебеҙ Мостафа Сафа улы фатихаһы менән ойошторола. Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет—Мостай Кәримдең төрлө әҫәрҙәренән алынған геройҙар. Икеһе лә мөхәббәткә дан йырлай, был донъяла кешене бары һөйөү ҡанатландыра, йәшәтә, бар итә тип инана.
Быйылғы йылдың тәүге бәйгеһе Темәс мәҙәниәт йортонда үтте. Унда Темәс, Һаҡмар, Билал, Өмөтбай, Муллаҡай ауылдарынан береһенән-береһе матур, йәшлек, сафлыҡ бөркөлөп торған сая рухлы, дәртле, талантлы алты ҡыҙ һәм алты егет үҙ көстәрен нәфис һүҙ һөйләүҙә, Мостай Кәримдең әҫәрҙәрендәге мөхәббәт геройҙары образында сығыш яһауҙа, вальс бейеүҙә һәм башҡа ярыш төрҙәрендә һынаны. Сәхнәлә бөйөк әҙибебеҙҙең үлемһеҙ әҫәрҙәренән Аҡйегет менән Зөбәржәт, Любомир Зух менән Мария Тереза, Айгөл менән Ричард Галин һәм башҡа образдар сағылдырылды. Конкурсанттар шулай уҡ Мостай Кәримдең китаптарына буктрейлер әҙерләне. Йәштәребеҙ ҡыҫҡа видеояҙма аша “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Беҙҙең өйҙөң йәме” һәм башҡа китаптарҙы уҡырға саҡырҙы, реклама яһаны. Бәйге Темәс ауылы һәүәҫкәрҙәре һәм конкурсанттар әҙерләгән концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Сағыу бәйгенең еңеүселәре тип Темәстән Милә Ҡотлоғәләмова һәм Илфат Зарипов билдәләнде. Икенсе урынды Ләйсән Баязитова һәм Фәнир Ирназаров (Темәс), Илзирә Ҡаһарманова һәм Ғиззәт Йәғәфәров (Муллаҡай) яулаһа, өсөнсө урынға Билалдан Ильмира Ишморатова һәм Айнур Әхмәтов сыҡты. Һаҡмарҙан Зиләйлә, Нур Бикташевтар һәм Өмөтбайҙан Нәзилә Фәррәхова менән Илгиз Баһаутдинов әүҙем ҡатнашыусы булараҡ бүләкләнде. Темәс ауылы биләмәһе башлығы Айгөл Ғүмәр ҡыҙы Байрамғолова махсус призын Милә Ҡотлоғәләмоваға һәм Илфат Зариповҡа тапшырҙы. Конкурсты ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә Темәс ауыл
биләмәһе хакимиәте һәм урындағы мәктәп етәкселегенең ситтә ҡалмауы һөйөндөрҙө.
Артабан төбәк бәйгеһе Ниғәмәттә үтте. Бында Ниғәмәт, Түбә, Икенсе Этҡол, Үрге Яйыҡбай, Бикеш, Ҡуянтау ауылдарынан йәш егеттәр һәм ҡыҙ-ҙар һынау тотто. Шуныһы ҡыуаныслы: сәхнәгә сыҡҡан Аҡйондоҙ менән Аҡйегеттәрҙә Мостай рухы йәшәүенә инандыҡ, йәштәр әҙиптең тормошо һәм ижады менән яҡшы таныш, әҫәрҙәрен яратып уҡый. Ниғәмәттә үткән төбәк бәйгеһендә тәүге тапҡыр рус телендә сығыш яһаусы конкурсанттар булды. Бикештән рус телендә аралашҡан Феликс Владислав, Анастасия Васючкова Мостай Кәримдең тәржемә ителгән шиғырҙарын яттан һөйләне, “Ярлыҡау” повесынан өҙөк сәхнәләштерҙе. Башҡорт классигының тәржемә ителгән әҫәрҙәрен башҡа милләт вәкилдәре лә яратып уҡыуына һөйөндөк. Әйтергә кәрәк, был конкурс-та ҡатнашыусылар тормошта үҙ урынын таба, алдына ҡуйған маҡсатына өлгәшә, матурлыҡты тоя белә, әҙәбиәткә тоғро ҡала. Мостай рухлы йәштәребеҙ булғанда, халҡыбыҙҙың әҙәбиәте, тамырҙары мәңге һулымаҫ. Бәйге дауам итә. Артабанғы төбәк бәйгеләре Иҫке Сибайҙа, Ишмөхәмәттә, Яратта, Сыңғыҙҙа һәм Баймаҡ ҡалаһында үтәсәк. Төбәк бәйгеләре еңеүселәре Халыҡ ижады үҙәгендә олуғ шәхесебеҙҙең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған байрам сараһында тәбрикләнәсәк.
Дилә Арыҫланова,
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы баш библиографы.