Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
24 Сентябрь 2019, 10:37

“Ыстағәфирулла ”ға уңыштар теләйек!

Сибай институтының “Ыстағәфирулла ” командаһы Ҡазан ҡалаһында үтәсәк фестивалдә ҡатнашыу өсөн сәфәргә юлланды. Башҡортостан Республикаһы һәм Сибай институтының данын яҡлаған “Ыстағәфирулла ” командаһы ла, бик яҡшы сығыш яһап, сирек финалға үтте. Уйын иртәгә, 25 сентябҙә Ҡазан ҡалаһының Кариев исемендәге Йәш тамашасы театрында уҙасаҡ. Башҡортостан намыҫын яҡлаған “Ыстағәфирулла ” командаһына уңыштар теләйек!

Сибай институтының “Ыстағәфирулла ” командаһы Ҡазан ҡалаһында үтәсәк фестивалдә ҡатнашыу өсөн сәфәргә юлланды
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҡыу йортоноң йәш командаһы былтырғы миҙгелдә башҡалабыҙ Өфөлә Шаяндар һәм отҡорҙар лигаһының төп Кубогына лайыҡ булған ине. Быйыл йәй команда Ҡаҙағстандың башҡалаһы Нур-Солтанда уңышлы сығыш яһаны. 2019 йылда Шаяндар һәм тапҡырҙар клубының татар лигаһы хәрәкәтенә 25 йыл тулды. Шул уңайҙан ул республика күләмендә дәрәжә һәм “Әйҙә ШаяРТ” исемен алды. Уның сиктәрендә район һайлап алыу этаптары, Ҙур фестиваль һәм Йәйге музыкаль кубок үтте. Башҡортостан Республикаһы һәм Сибай институтының данын яҡлаған “Ыстағәфирулла ” командаһы ла, бик яҡшы сығыш яһап, сирек финалға үтте. Сирек финалда татар телендә сығыш яһаған һәм Рәсәй төбәктәренән килгән иң көслө командалар көс һынашасаҡ. Уйын 2019 йылдың 25 сентябрендә Ҡазан ҡалаһының Кариев исемендәге Йәш тамашасы театрында уҙасаҡ. Башҡортостан намыҫын яҡлаған “Ыстағәфирулла ” командаһына уңыштар теләйек!