Польшала уҡ атыу буйынса Европа турниры үтә. Унда өс йөҙҙән ашыу уҡсы ҡатнаша. Башҡортостан исеменән ярышта Юлай Ғәлиуллин, Рәис Низаметдинов, Хөрмәт Таһиров һәм Артур Батыршин сығыш яһай. Уҙамандарға уңыштар!
Фото Юлай Ғәлиуллиндың Инстаграмдағы сәхифәһенән.
Яҡташтарға, айырыуса Сибайҙан атаҡлы мәргән Хөрмәт Зөбәйер улына алыҫ ерҙәрҙә оҫта сығыш яһап, еңеүҙәр менән ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!