Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Август 2019, 10:03

МАТУР АУЫЛДАР БАРМЫ?

Республикала “Иң матур ауыл” конкурсы старт алды. Уны “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр Советы” ассоциацияһы ойоштора.Конкурстың төп маҡсаты—ауыл биләмәләрендә урындағы үҙидаралыҡты үҫтереү, халыҡтың әүҙемлеген, ауыл престижын күтәреү, йәшәү шарттарын яҡшыртыу, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләү, ауылда йәшәү рәүешен пропагандалау, инициативаларҙы хуплау һәм уларға ярҙам итеү.

Республикала “Иң матур ауыл” конкурсы старт алды. Уны “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр Советы” ассоциацияһы ойоштора.
Конкурстың төп маҡсаты—ауыл биләмәләрендә урындағы үҙидаралыҡты үҫтереү, халыҡтың әүҙемлеген, ауыл престижын күтәреү, йәшәү шарттарын яҡшыртыу, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләү, ауылда йәшәү рәүешен пропагандалау, инициативаларҙы хуплау һәм уларға ярҙам итеү.
Конкурста халыҡ һаны 5 меңдән артмаған ауылдар, ҡасабалар ҡатнаша ала. Бының өсөн урында йыйылыш үткәрергә, халыҡтың ризалығын һәм муниципаль район етәкселегенән тәҡдимдәр алырға кәрәк.
Быйыл конкурс өс этапта үтәсәк. Тәүге этапта ғаризалар ҡабул ителә, ул 1 августтан 15 авгусҡа тиклем бара. Ғаризаға өҫтәп ауылдың тарихын (легендаһы) яҙып биреү мотлаҡ. Конкурс положениеһына ярашлы, кәрәкле таблицаларҙы тултырыу, һорауҙарға яуап ҡайтарыу ҙа мөһим.
Икенсе этап 1-20 сентябргә планлаштырылған. Бында инде видеопрезентация әҙерләү бурысы ҡуйыла. БСТ телеканалында тауыш биреү уҙғарыла. Иң күп тауыш йыйыусы ауылдарҙы жюри ҡараясаҡ. Баһалама ағзалары ауылдың төҙөклөгөнә генә түгел, ә уның тарихына, халыҡтың әүҙемлегенә, унда һаҡланған йолаларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә иғтибар йүнәлтәсәк.
Еңеүселәр дипломдар һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнә. Ә беренсе урынға сығыусы ауылға “Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы-2019” тигән стела ҡуйыласаҡ.
Читайте нас: