Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
24 Июль 2019, 11:21

Иң шәп ҡымыҙсы кем булыр?

27-28 июлдә “Аҡбуҙат” ипподромы биләмәһендә “Йәйләү” башҡорт ҡымыҙы этно-фестивале ойошторола. Унда республиканан ҡымыҙ бешеүселәр килә һәм үҙ продукцияһын тәҡдим итә.

27-28 июлдә “Аҡбуҙат” ипподромы биләмәһендә “Йәйләү” башҡорт ҡымыҙы этно-фестивале ойошторола. Унда республиканан ҡымыҙ бешеүселәр килә һәм үҙ продукцияһын тәҡдим итә. Сара сиктәрендә съезд уҙғарыла, ҡымыҙ эшләү серҙәрен өйрәтәсәктәр, шулай уҡ иң яҡшыларын билдәләү йәһәтенән конкурс уҙғарыла.
Этно-йәрминкә, концерт, балалар һәм ололар өсөн оҫталыҡ дәрестәре—быларҙың барыһы ла программаға индерелгән. Шулай уҡ этно-ихата, балалар майҙансығы эшләйәсәк. Ҡымыҙ һәм сәй тәҡдим ителәсәк ял зонаһы, “Ашмаркет” исемле аҙыҡ-түлек фестивале ойошторола. Икенсе көнөнә “Терра Башҡортостан” ат сабышы турнирының сираттағы этабын ҡарарға була.