Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
15 Июль 2019, 09:56

БАЙМАҠТАРҒА ТИҢДӘР ЮҠ

«Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы барышында «Салауат әйтеше» сәсәндәр бәйгеһе уҙғарылды. Унда Баймаҡ районынан күп кенә һүҙ оҫталары көс һынашты. Милли батырыбыҙ Салауат эҙҙәренән йөрөп, уның эскән һыуҙарын тәмләп, рухи көс алыуҙары ла һүҙ көрәштереүҙәренә йоғонто яһамай ҡалмағандыр.

Шулай итеп, ярышта Гран-Приға Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылынан Әк-рәм Ҡәйепҡолов лайыҡ бул-ды. 2-се урындарҙы Баймаҡ районынан Таңһылыу Вәлиева һәм Сибай ҡалаһынан Насип Һаҡмаров бүлешһә, Баймаҡ ҡалаһынан Хәйҙәр Көмөшбаев 3-сө урынға сыҡты.
—Баймаҡтар шулай була!—тип ҡыуана еңеүенә Әкрәм Ҡәйепҡолов.—2015 йылғы йыйында яҡташыбыҙ Әхмәр Үтәбай әйтештә берәүгә лә ал бирмәгәйне. 2018 йылда Таңһылыу Вәлиева 3-сө, мин 1-се урында билдәләнһәк, Хәйҙәр Көмөшбаев Гран-при алды. Быйыл да бирешмәнек.
Нәфис һүҙ оҫталарын еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә «Халыҡ сәсәне» исеменә лайыҡ булыуҙарын теләйбеҙ.