Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
7 Июнь 2019, 17:50

МАТУР БЕҘҘЕҢ КЕЙЕМДӘР...

Дүртенсе йыл рәттән Сибай ҡалаһында “Сәсмәүерем, селтәрем” тип аталған төбәк-ара милли костюмдар фестиваль–конкурсы үткәрелә. Май айында уҙғарылған был йәмле сара Сибай ҡалаһының ғына түгел, Урал аръяғы төбәктәренең дә матур бер йолаһына әйләнде. Күптән түгел генә үткәрелә башлаһа ла, был милли конкурста Силәбе, Ырымбур кеүек өлкәләрҙән дә килеп ҡатнашыуҙары бик ҡыуаныслы хәл. Тимәк, күрше өлкәләрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә халҡыбыҙ килә сәгенә, уның матур йолаларын үҫтереүгә битараф түгел.

Дүртенсе йыл рәттән Сибай ҡалаһында “Сәсмәүерем, селтәрем” тип аталған төбәк-ара милли костюмдар фестиваль–конкурсы үткәрелә. Май айында уҙғарылған был йәмле сара Сибай ҡалаһының ғына түгел, Урал аръяғы төбәктәренең дә матур бер йолаһына әйләнде. Күптән түгел генә үткәрелә башлаһа ла, был милли конкурста Силәбе, Ырымбур кеүек өлкәләрҙән дә килеп ҡатнашыуҙары бик ҡыуаныслы хәл. Тимәк, күрше өлкәләрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә халҡыбыҙ килә сәгенә, уның матур йолаларын үҫтереүгә битараф түгел.
Сара Сибай ҡала хакимиәте, уның мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәре, Сибай сәнғәт колледжы, Асия Ғәйнуллина етәкселегендәге “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбе һәм ҡаланың “Ағинәйҙәр ҡоро” тарафынан ойошторола.
Билдәле булыуынса, киләһе йылда Бөтә донъя фольклориадаһы үтәсәк. Төбәк-ара милли костюмдар фольклор-конкурсын ошо сараның матур бер башланғысы тип атарға булалыр.
Быйыл 95 кеше милли костюмдар байрамында ҡатнашырға теләк белдерҙе. Уларҙың 22-һе Сибай ҡалаһынан булһа, 73-ө башҡа райондарҙан, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән ине.
Сибай сәнғәт колледжы майҙансығында ойошторолған сара асыҡ тип
иғлан ителгәс, оҫталарға кейеҙ менән эш итеү, сигеү, ҡашмау, селтәр, алмиҙеү, янсыҡ һәм башҡаһын эшләү өсөн кәрәкле әйберҙәр таратып бирелде. Оҫталыҡ дәрестәренән һуң, конкурс эштәре ҡарап сығылды. Сара барышы фотоға һәм видеоға төшөрөлөп, социаль селтәрҙә яҡтыртып барылды.
Артабан оҫталар һәм этнографтар “Хәҙерге этапта башҡорт милли костюмы аксесуарҙарын етештереү проблемалары” тип аталған “түңәрәк өҫтәл” артына йыйылды. Унда уй-фекерҙәр, тәҡдимдәр яңғыраны.
Милли парадта ҡатнашыусылар иһә “1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы башҡорт полкы яугирҙарына” арналған һәйкәл янынан алып Сибай сәнғәт колледжына тиклем юл үтте. Улар жюри алдында башҡорт милли костюмдары менән сығыш та яһаны. Тамашасылар
балалар баҡсалары сығышын көслө алҡыштарға күмде. Бәләкәстәрҙең костюмдары ла, сығыштары ла бик үҙенсәлекле булды. Кескәйҙәрҙең сағыу-сағыу костюмдары барыһының да күңеленә хуш килгәндер. Шулай ҙа баһалама ағзалары “Әкиәт”тәргә тәүге урынды бирҙе. Күргәҙмәләр конкурсында иһә “Сулпылар” балалар баҡсаһына етеүсе булманы.
Баймаҡтан килгән “Хазина, “Нәзәкәт” төркөмдәре, Әбйәлилдән—“Серҙәштәр” һәм “Хазина”, Бөрйәндең ағинәйҙәре лә бик яҡшы сығыш яһаны. Силәбе өлкәһенән килгән “Яйыҡбикә” төркөмө дефиле генә күрһәтеп ҡалманы, концерт номерҙары менән дә тамашасы күңелен яуланы. Милли кейемебеҙҙе бөтә гүзәллегендә күрһәтеүҙә Ырымбур ҡунаҡтары ла ҡалышманы.
Һәҙиә Сибәғәтова инде әсәһенең ҡомартҡыһы менән сығыш яһаны. “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбенең “Ете ҡыҙ” дефиле клубы ҡыҙҙарының сығышы ла күңелдәрҙә ҡалырлыҡ булды.
Сараның һуңында кейеҙ, селтәр, сәсмәүер күргәҙмәләре, дефиле буйынса урындар билдәләнде, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды. Сибай сәнғәт колледжы студенттарының матур сығышын ҡарағандан һуң, тамашасылар күтәренке кәйеф менән таралышты.
Н. Сәйғәфәрова.
Читайте нас: