Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
25 Март 2019, 16:58

ӘЙҘӘ, ҺӨЙЛӘ, БАШҠОРТ БАЛАҺЫ

Башҡорттоң рухи хазинаһы булған «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсын үткәреү Сибайҙың белем биреү учреждениеларында матур йолаға әүерелгән.Мәшһүр әҫәргә халҡыбыҙҙың аҡыл-зиһен нигеҙҙәре, йәшәйеш ҡанундары тупланған. Уның йәш быуынды тәрбиәләүҙә әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ: яҡшыны ямандан айырырға, хеҙмәткә, ололарҙы ихтирам итергә, кеселәргә ҡарата кеселекле булырға, тыуған ереңде һаҡларға һәм яҡларға өйрәтеү—быларҙың барыһы ла урын алған эпоста.

Башҡорттоң рухи хазинаһы булған «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсын үткәреү Сибайҙың белем биреү учреждениеларында матур йолаға әүерелгән.
Мәшһүр әҫәргә халҡыбыҙҙың аҡыл-зиһен нигеҙҙәре, йәшәйеш ҡанундары тупланған. Уның йәш быуынды тәрбиәләүҙә әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ: яҡшыны ямандан айырырға, хеҙмәткә, ололарҙы ихтирам итергә, кеселәргә ҡарата кеселекле булырға, тыуған ереңде һаҡларға һәм яҡларға өйрәтеү—быларҙың барыһы ла урын алған эпоста.
Ҡалала Сәсәндәр мәктәбенең уңышлы эш башлауы ҡыуандыра, тимәк, күсәгилешлек дауам итәсәк әле. Һуңғы йылдарҙа «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында ла үтә.
Быйыл мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығындағы бәйгелә 44 йәш һүҙ оҫтаһы һынау тотто. Конкурс республикабыҙҙың 100 йыллығына бағыш- ланды.
Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы, жюри рәйесе Айһылыу Моталлапова әйтеүенсә, йәш быуынды халыҡ ижадына ылыҡтырыу, сәсәнлек традицияларын дауам итеү, балаларҙың һәләтен үҫтереү маҡсатын алған конкурсҡа уҡыусылар үҙҙәре генә әҙерләнмәй. Был эштә, уҡытыусыларҙан тыш, атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр ҙә ихлас ҡатнаша. Эпосты күмәкләп ятлау, музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнеү, сәхнәләштереү—төрлө быуын вәкилдәрен рухи йәһәттән тағы ла нығыраҡ берләштерә.
Шуныһы ҡыуаныслы: ҡасандыр балалар баҡсалары намыҫын яҡлап сығыш яһаған кескәйҙәр хәҙер урта звено уҡыусылары булып киткән. 12-се мәк-тәптән Лилиә Арыҫланова —шундайҙарҙың береһе. Ул эпостың 100 юлын ятлап, ҡумыҙҙа ла уйнап ебәрҙе. 8-се мәктәптән 6 -сы класс уҡыусыһы Лилиә Исҡужина йыл да үткәрелгән бәйгелә 1-се кластан ҡатнашып призлы урындар яулай. Ошо уҡ белем усағынан Аэлита Усманова, Әҙилә Иҙрисова ла уңышлы ғына сығыш яһаны. 12-се мәктәптең 1-се класс уҡыусыһы Айзель Әҙелбаева ла нәфис һүҙ һөйләүгә әүәҫ. Әйткәндәй, ул ярыштың иң йәш бәйгесеһе лә ине. Гимназияның 2-се класс уҡыусыһы Сулпан Халфинаны ярышҡа әсәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Г.А.Ҡотлоғә-ләмова әҙерләгән. Тырыш ҡыҙ ҙа балалар баҡсаһынан алып ошо бәйгелә ҡатнаша.
Конкурс оҙаҡ дауам итте. Һөҙөмтәлә 1-4 кластар араһында 1-се урынды 8-се мәктәптән Гөлназ Мөхәмәтйәрова яуланы. 5-7 кластар араһында гимназия-интернаттан Илназ Исхаҡов еңеүсе тип табылды. 8-11 кластар араһында 9-сы ли- цейҙан Байрамғолов Тимурға тиңдәр булманы. Тимур иһә бишенсе тапҡыр был конкурста үҙен еңеүсе тип таныта. Еңеүсе балаларҙы уҡытыусылар З.Ишбирҙина, Ә.Кәримова, З.Fәбитова әҙерләгән.
Һүрәттә: Лилиә Арыҫланова,
Тимур Байрамғолов.