Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
25 Март 2019, 16:47

УҢҒАНДАР ҺӘМ ТЫРЫШТАР ТӨЙӘГЕ

Йомаш ауыл хакимиәте биләмәһенә өс ауыл—Йомаш, Юлыҡ һәм Ислам инә. Һуңғыһында бер генә ғаилә йәшәй. Юлыҡ ауылында 420 кеше иҫәпләнә. 9 йыллыҡ мәктәп, клуб, китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты, почта эшләй. Рәмиевтар төҙөткән ҙур мәсет бар. Был төйәктә йәшәүселәр күпләп мал тота, урман эше менән шөғөлләнә. Ауылда өс крәҫтиән-фермер хужалыҡтары уңышлы эшләп килә. Барис менән Барый Миңлебаевтар спорт аттарын үрсетә һәм ярыштарға әҙерләй. Был хужалыҡтарҙа һыйыр малдары ла ишле. 1000 гектар ерҙә сәсеүлектәре, бесәнлектәре бар. Былтыр Миңлебаевтар «Fаилә фермаһы» программаһы буйынса грант алыуға ирешкән.

Йомаш ауыл хакимиәте биләмәһенә өс ауыл—Йомаш, Юлыҡ һәм Ислам инә. Һуңғыһында бер генә ғаилә йәшәй. Юлыҡ ауылында 420 кеше иҫәпләнә. 9 йыллыҡ мәктәп, клуб, китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты, почта эшләй. Рәмиевтар төҙөткән ҙур мәсет бар. Был төйәктә йәшәүселәр күпләп мал тота, урман эше менән шөғөлләнә. Ауылда өс крәҫтиән-фермер хужалыҡтары уңышлы эшләп килә. Барис менән Барый Миңлебаевтар спорт аттарын үрсетә һәм ярыштарға әҙерләй. Был хужалыҡтарҙа һыйыр малдары ла ишле. 1000 гектар ерҙә сәсеүлектәре, бесәнлектәре бар. Былтыр Миңлебаевтар «Fаилә фермаһы» программаһы буйынса грант алыуға ирешкән.
Маннапова Дилүзә Рауил ҡыҙы етәкләгән крәҫтиән-фермер хужалығы һарыҡсылыҡ тармағын үҫтереү менән шөғөлләнә. Был хужалыҡта йылҡы һәм һыйыр малдарын да тоталар. 100 гектар ергә иген сәсһәләр, тағы ла 100 гектарҙа бесәнлектәре урынлашҡан.
Биләмәнең үҙәге булған Йомашта 1100 кеше иҫәпләнә. Ауылдың ҡап уртаһында урынлашҡан ике ҡатлы 11 йыллыҡ мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, ауылды йәмләп ултыра. 1968 йылда төҙөлгән клубтары авария хәлендә тип табылһа ла бында мәҙәни тормош ҡайнап тора. Театр йылына арналған район смотр-конкурсында йомаштар 3-сө урын алып ҡыуанған. Ауыл хакимиәте башлығы Айрат Билал улы Әйүпов әйтеүенсә, 2020 йылда Йомашта яңы клуб төҙөү ҡаралған. Бында шулай уҡ балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, почта бүлексәһе уңышлы эшләй. Бында булған янғын һүндереү депоһы райондың башҡа бер ауыл хакимитендә лә юҡ. 2010 йылда Башҡортостан Республикаһының Fәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғын һүндереүселәргә махсус машина биргән. Биләмә үҙәгендә автозаправкалау станцияһының һәм шина монтажлау оҫтаханаһының булыуы уңайлы. Йомаштарҙың үҙ тирмәне лә бар. Шәхси эшҡыуар Сәлих Килдеғошов ауылдаштарын һәм эргә-тирәләге биләмәләрҙә йәшәүселәрҙе сифатлы он менән тәьмин итә. Йомаш ауылы халҡының күбеһе «мал көсө» менән йәшәй. Эш булмағанлыҡтан 200-гә яҡын кеше сит тарафтарға йөрөп вахта ысулы менән эшләргә мәжбүр. Һәр ерҙәгесә бында ла юлдарҙың торошо борсоуға һала. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн контейнерҙар юҡ. Айына бер мәртәбә райондан килеп сүп-сарҙы йыйып алып китеү ойошторолған.
Ауылда өй һалыусыларҙың булыуы киләсәккә өмөт бирә. 2018 йылда Йомаш ауыл биләмәһенән 12 баланың 1-се класҡа уҡырға барыуын белдек. Быйыл бер Йомаш ауылында ғына 10 бала тәүге тапҡыр мәктәпкә барасаҡ, тинеләр. Шулай уҡ 2018 йылда биләмәлә 17 сабый тыуған. Ауылдың киләсәге демографияның тотороҡло булыуына бәйле икәнен йомаштар яҡшы аңлай. Күптән түгел ойошторолған ир-егеттәр ҡоро ауылдың йәмәғәт тормошон йәнләндереп ебәргән. Ҡор етәксеһе Ришат Ринат улы Мөхәмәтйәров әүҙем ир-егеттәрҙе йыйып мәктәптә тренажер залы булдырыу эшен башлаған. Уларҙың был башланғысын ауыл хакимиәте биләмәһе башлығы А.Б. Әйүпов хуплаған һәм «Аныҡ эштәр» программаһы буйынса тренажерҙар алып бирергә вәғәҙә иткән. Ветерандар һәм ҡатын-ҡыҙҙар советтары, ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә, барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй.
2018 йылда «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы буйынса Юлыҡ мәктәбенең иҫке тәҙрәләрен пластикка алмаштырғандар. Быйыл мәктәптең 2-се ҡатында һәм спорт залында иҙәндәрҙе алыштырыу күҙаллана. Ҡалған тәҙрәләр һәм ишектәр ҙә яңыртыласаҡ.
13 мартта Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғлүмәт төркөмө ағзалары ҡатнашлығында Йомаш һәм Юлыҡ ауылдарында йыйылыштар үткәрелгән. Биләмәлә йәшәүселәр төркөм етәсеһе—Баймаҡ районы хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Динар Рәфҡәт улы Хисмәтуллинға, мәҙәниәт бүлеге, халыҡ мәшғүллеге үҙәге, полиция, юл-ремонт төҙөлөш участкаһы белгестәренә үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы биреп, уларға аныҡ яуап алған. Күреүегеҙсә, Йомаш ауыл биләмәһендә тормош гөрләй. Эш сәфәребеҙ барышында бында бик уңған һәм тырыш кешеләр йәшәүенә инандыҡ. Улар тураһында гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.
Читайте нас: