Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
15 Март 2019, 17:16

Әйҙә һөйлә,башҡорт балаһы

Сибай ҡалаһының Балалар ижады йортонда " Урал батыр" эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр конкурсы үтте. Унда ҡала мәктәптәренән 50-нән ашыу уҡыусы эпостан өҙөктө тасуири һөйләп ярышты.

Сибай ҡалаһының Балалар ижады йортонда " Урал батыр" эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр конкурсы үтте. Унда ҡала мәктәптәренән 50-нән ашыу уҡыусы эпостан өҙөктө тасуири һөйләп ярышты. 8-се мәктәптән 6-сы класс уҡыусыһы Лилиә Исҡужина йыл да үткәрелгән бәйгелә 1 -се кластан ҡатнашып призлы урындар яулай. Ошо уҡ белем усағынан Аэлита Усманова, Әҙилә Иҙрисова ла уңышлы ғына сығыш яһаны. 12 -се мәктәптең 1 -се класс уҡыусыһы Айзель Әҙелбаева ла нәфис һүҙ һөйләүгә әүәҫ. Лилиә Арсланова мәшһүр эпостың 100 юлын ятланы. Әлфиә Ибраһимова конкурсҡа уҡыусыларын ентекле әҙерләгән. Гимназияның 2-се класс уҡыусыһы Сулпан Халфинаны ярышҡа әсәһе Г.А.Ҡотлоғәләмова әҙерләгән. Тырыш ҡыҙ балалар баҡсаһынан алып ошо бәйгелә ҡатнаша.