АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
7 Март 2019, 12:34

ҮҘЕ ЛӘ БИТ ГӨЛГӘ ТИҢ...

«Атайсал» гәзитенең «Бәйләнештә» селтәрендә 8 Март—Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан «Үҙе лә бит гөлгә тиң» исемле конкурс иғлан иткәйнек. Унда гөл үҫтерергә, сәскәләргә, матурлыҡҡа ғашиҡ гүзәл заттар көс һынашты.

«Атайсал» гәзитенең «Бәйләнештә» селтәрендә 8 Март—Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан «Үҙе лә бит гөлгә тиң» исемле конкурс иғлан иткәйнек. Унда гөл үҫтерергә, сәскәләргә, матурлыҡҡа ғашиҡ гүзәл заттар көс һынашты.
Конкурста ҡатнашырға теләүселәр бихисап булды. Тимәк, донъяһын гөл-баҡса итергә тырышып торған, бөхтәлеккә, матурлыҡҡа ынтылған ҡатын-ҡыҙҙар бик күп. Иң беренселәрҙән булып ярышҡа Баймаҡ районы Fүмәр ауылы ҡатындары ҡушылды. Дилбәр Үҙәнбаева үҫтергән гөлдәрендә серҙәштәр тапһа, Юлиә Дәүләтшина: «Беҙҙең ауылда гөл-сәскә иң матур бүләк иҫәпләнә»,—тип яҙа. Әминә Йәрмөхәмәтованың да гөлдәре бик матур. Fүмәрҙәрҙең күршеләре лә матурлыҡҡа ынтыла. Fәҙелбай ауылынан Гөлсинә Ҡасҡынова, Мәрйәм Иҫәнғолова ебәргән фоторәсемдә лә аллы-гөллө сәскәләр күренә. Беренсе Этҡолдан Әнисә Әбелғазина өйҙөң йәме сәскәләрҙә ти. Йомаш ауылынан Фәрхәнә Иҫәндүләтоваға—70, Яраттан Флүрә Ҡас-ҡыноваға 75 йәш. Ҙур ғына тормош тәжрибәһе туплаған ханымдар матурлыҡты һәр саҡ алға ҡуя. Таһир ауылының хөрмәтле ағинәйе Айһылыу Хәбибуллина, Темәстән Эльвира Әбсәләмова, Сәғирә Дәүләтшина, Сәриә Нурмөхәмәтова, Эльвира Нарынбаева ла гөл-сәскәгә мөкиббән ғашиҡ. Өмөтбай ауылында йәшәүсе Зилә Fүмәрованы ауылдашы маҡтап телгә ала, хатта уны «сәскә ауырыуы менән ауырый» тип билдәләй. Альмира Ноғоманованың ихласлығына гөлдәре лә ҡыуана—шаулап сәскә ата. Күсейҙән Яңылбикә Ишбирҙина, Әхмәрҙән Таңсулпан Мәтинованың йортонда ниндәй генә гөл юҡ! Хатта күҙҙәр ҡамаша.
Сибай ҡалаһынан да конкурсанттар булды. Мәҫәлән, Әнисә Уразбаева һәр барған ерендә гөлдәргә иғтибар итә, ятыраҡтарын күрһә, шунда уҡ һорап ала. Әлеге мәлдә өйөндә ләләләр гөрләп сәскә ата икән. Нурзилә Таймасова ла гөл-сәскә ярата. Ул йәй еткәнен көтөп ала, баҡсаһына төрлө-төрлө сәскә ултырта, виноград та үҫтерә, алмағасы ла тирә-яҡҡа йәм бирә.
Йылайыр районы Исҡужа ауылынан Мөниә Ҡудашева сәскәләр үҫтереп кенә ҡалмай, уларҙың тылсымы хаҡында ла белә. «Балалар тотлоҡһа, йәки оялсан, тиҙ ҡыҙыусан булһа, өйҙә миләүшә гөлөн үҫтерегеҙ. Розмарин ҡурҡҡан, ныҡ ҡыҙыусан балаларға ыңғай тәьҫир итә, ығы-зығы, тауыштарҙы баҫа. Бугенвиллея гөлө бик көслө йәшәү энергетикаһына эйә, ауырығандан һуң организмға иммуниттетты нығытырға ярҙам итә. Йоҡо, балалар бүлмәһендә алоэ гөлөн ултыртыу кәрәк»,—тип яҙа ул беҙгә.
Әйткәндәй, конкурста ҡатнашҡан гүзәл заттарыбыҙ гөл үҫтереп кенә ҡалмай, ҡул эш-тәренә лә оҫта. Шуға күрә улар сәскәләрҙе сигеп, бәйләп, мәрйәндәрҙән теҙеп тә ала. Матурлыҡҡа ғашиҡ ҡатындарҙың донъяһы ла, үҙҙәре лә гөлгә тиң. Конкурста ҡатнашҡандары өсөн барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ! Уларҙың барыһы ла маҡтауға лайыҡ! Әммә беҙҙең бүләк икәү генә. Ауыр булһа ла, ике конкурсантты билдәләргә тура килде. Шулай итеп, Баймаҡ районы Ярат ауылынан бағыусыбыҙ Миләүшә Юлдашбаева әҙерләгән селтәр Әхмәр ауылынан Таңсулпан Мәтиноваға юллана. Сибай ҡалаһында йәшәүсе икенсе бағыусыбыҙ Раушания Рамаҙанова эшләгән этностилдәге футболка Темәс ауылынан Эльвира Нарынбаеваға эләкте. Ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: