Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
1 Март 2019, 10:50

Әллә кем түгелбеҙ, әммә кәм түгелбеҙ— тип сибайҙар мәскәүҙәрҙән бер ҡалышмай.

Ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге йыр-моң һөйөүсе 15-45 йәшлек һәүәҫкәр башҡарыусылар араһында “Урал аръяғы тауышы” конкурсы иғлан иткәйне. Конкурста 71 кеше ҡатнашырға теләк белдерҙе.

Ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге йыр-моң һөйөүсе 15-45 йәшлек һәүәҫкәр башҡарыусылар араһында “Урал аръяғы тауышы” конкурсы иғлан иткәйне. Конкурста 71 кеше ҡатнашырға теләк белдерҙе. Кисә "Мир" кинотеатрында конкурсанттарҙы алдан тыңланылар. Шарттарға ярашлы һәр бәйгесе үҙ йырын тәҡдим итә. Шулай уҡ дуэт, трио, квартет сығыштары ла хуплана.
Сибай ҡалаһы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илшат Солтангәрәев әйтеүенсә, конкурста үҙебеҙҙең төбәктән тыш, Өфө, Магнитогорск ҡалаларынан, шулай уҡ Архангель районынан сығыш яһаусылар бар.
Йыр бәйгеһенә 71 дәғүәсенең 32-һен 4 әйҙәүсе—Рәил Өмөтбаев, Сәйет Билалов, Светлана Үтәйева, Флера Ғатина һайлап алды. Улар 8-шәр конкурсант менән 2 аҙна дауамында шөғөлләнеп, яңынан ярышҡа сығасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төп приз — 50 мең һум.
Читайте нас: