Сибай ҡалаһының «Ынйыҡай» халыҡ, «Осҡон» өлгөлө, «Гөлдәр» хореографик ансамблдәре Мәскәү сәхнәләрен дер һелкетеп бейеп, Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа еңеү яулап ҡайтты.
Сибай халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгенең «Ынйыҡай» халыҡ ансамбле баш ҡалаға барғанда бер юлы ике конкурста һәләттәрен һынап ҡараны. «Планета йәйғоро» мәҙәни-мәғариф проекты сиктәрендә ойошторолған II Халыҡ-ара «Бейеү ваҡыты» хореография турнирында ансамблдең ҡыҙҙары һәм егеттәре «Кәкүк сәйе», «Сатыр янында бейеү», «Горняки» бейеүҙәрен бейеп, жюрины таң ҡалдырҙы. Был мәртәбәле конкурста «Ынйыҡайҙар» I дәрәжәле 2 диплом, III дәрәжәле 3 диплом менән бүләкләнде.
Сибай сәнғәт мәктәбенең «Осҡон» өлгөлө бейеү ансамбле ошо уҡ конкурста I дәрәжәле 3 диплом, II дәрәжәле 1 диплом, III дәрәжәле 1 дипломға лайыҡ булды.
Тәүге конкурста ярыш сәме алған «Осҡон»дар «Минең халҡым күңеле» тип аталған II Бөтә Рәсәй милли мәҙәниәт һәм фольклор конкурсында ҡатнашып Гран-при алды. Ансамблдең алмаштырғыһыҙ етәксеһе—Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сания Хәйбуллина «Иң яҡшы педагог» миҙалы менән бүләкләнде. Һәләтле балалар башҡарған «Бүреләр» бейеүе конкурстың «Иң яҡшы креатив сығышы» номинацияһында билдәләнде. Репертуарҙағы башҡа бейеүҙәр I, II, III дәрәжәле дипломдарға эйә булды.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльвира Аҡназарова етәкләгән «Ынйыҡай» халыҡ бейеү ансамбле был конкурста I дәрәжәләге 2 диплом, III дәрәжәле 3 диплом яуланы.
—Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстарында ла Сибай ансамблдәре ойошҡанлығы, бейеүҙәрҙең төрлөлөгө, милли үҙенсәлеге менән башҡаларҙан айырылып торҙо. Шуныһы ҡыуаныслы: беҙ бер-беребеҙгә дәғүәсе булманыҡ, йәш һәм ярыш шарттары буйынса төрлө номинацияларҙа ҡатнаштыҡ һәм еңдек,—ти Эльвира Вәкил ҡыҙы, ҡыуаныстарын йәшермәй.—Конкурстарҙа ҡатнашыу, еңеү яулау еңеү бирелмәне, йомғаҡлау мәлендә етәкселәргә Рәхмәт хаттары, бейеүселәргә миҙалдар һәм кубоктар тапшырылды. Ике ансамблгә лә киләһе ошондай мәртәбәле ярышта ҡатнашыу хоҡуғы биргән сертификат тапшырылды. Илебеҙҙең баш ҡалаһына булған сәфәребеҙҙән дәрт-дарман алдыҡ, эшкә ең һыҙғанып тотонорға кәйефләнеп ҡайттыҡ.
Сибай Балалар ижады үҙәгенең «Гөлдәр» өлгөлө хореография ансамбле бейеүселәре лә ҡышҡы каникулдарын Мәскәүҙә уҙғарҙы. Останкино концерт залына, ВДНХ-ға, Ҡыҙыл майҙан, легендар «Мосфильм» киностудияһына, Кремль шыршыһына экскурсия эскерһеҙ балаларҙың күңелендә мәңге һаҡланасаҡ. Әммә бейеүселәрҙең иң ҙур ҡаҙанышы—«Мәскәүҙең Раштыуа уттары» Халыҡ-ара фестиваль-конкурсында Гран-при яулауҙары булды. Жюри ағзаһы, Рәсәйҙең халыҡ артисы, балетмейстер, режиссер, Мәскәү дәүләт мәҙәниәт институты профессоры Лидия Устинова сибайҙарҙың сығышынан хайран ҡалыуын йәшермәгән. «Гөлдәр» ансамбле етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Рәил ҡыҙы Яхина уның дәртләндереү һүҙҙәрен хеҙмәтенә юғары баһа тип ҡабул иткән. Яңы йылды яңы уңыштар менән башлап ебәргән бейеү коллективын ҡотлайбыҙ һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ!
6-13 ғинуарҙа Сочи ҡалаһында ХХII «Донъя өмөттәре» башҡарыу оҫталығы конкурсы үтте. Фестиваль программаһында Рәсәйҙең 8 федераль округынан, шулай уҡ Италия, Швейцария, Англия һәм Америка Ҡушма Штаттарынан 1500-ҙән ашыу талант эйәләре төрлө һәләттәрен һынап ҡараған. Эре мәҙәни сарала Башҡортостан исеменән Сибай музыка мәктәбенең «Аллегро» өлгөлө хореография ансамбле сығыш яһаны. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы А.А.Нәбиуллин һәм О.М. Исакова етәкләгән ансамблдең 39 бейеүсеһе «Деми классика», «Стилләштерелгән халыҡ бейеүе» номинацияларында ярышты.
—Фестивалдең 8 көнлөк программаһы төрлө конкурстарҙы ғына түгел, оҫталыҡ кластарын, спартакиадаларҙы, экскурсияларҙы һәм күсмә концерттарҙы үҙ эсенә алды,—ти «Аллегро» ансамбле етәкселәренең береһе Азат Арслан улы, фестиваль барышы менән таныштырып.—Ике турҙа барған конкурста сығыштарҙы халыҡ-ара жюри баһаланы. Фестиваль Гала-концерт менән тамамланды.
«Аллегро» ансамбле бейеүселәре «Как в той сказке», «Чучело» бейеүҙәрен башҡарып «Деми классика» номинацияһында еңеү яуланы. «Стилләштерелгән халыҡ бейеүе» номинацияһында «Талир тәңкә», «Ҡыпсаҡ ере» бейеүҙәре төрлө дәрәжәләге дипломдар менән билдәләнде. Фестивалде йомғаҡлау сараһында республика намыҫын лайыҡлы яҡлаған сибайҙарға еңеүсе кубоктары һәм дипломдар, «Йолаларҙы һаҡлаған өсөн» махсус призы тапшырылды. Халыҡ-ара жюри Рәсәйҙең 8 бейеү коллективын, шул иҫәптән «Аллегро»ларҙы, Италияла үтәсәк фестивалдең лауреаттары концерттарына саҡырҙы. Афарин, Азат Арслан улы һәм Ольга Михайловна! Йәштәрҙе тәрбиәләүгә һәм үҫтереүгә һалған хеҙмәтегеҙ арҡаһында «Аллегро»лар донъя сәхнәләрендә сығыш яһау мөмкинлегенә өлгәште. Был сибайҙар өсөн бик ҙур ҡаҙаныш.